Яҡшы һүҙ – йән аҙығы (Башҡорт халыҡ әкиәте)

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Яҡшы һүҙ - йән аҙығы. ( Башҡорт халыҡ әкиәте)

Маҡсат:

1)Тормош-көнкүреш әкиәттәре менән танышыуҙы дауам итеү,уларҙың үҙенсәлеген асыҡлау,«Яҡшы һүҙ- йән аҙығы» әкиәтенең йөкмәткеһен үҙләштереү, һүҙҙең көсөн күрһәтеү.

2)Башҡортса уҡыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу, тәнҡитле фекерләү күнекмәләрен булдырыу.

3) Башҡорт халыҡ әкиәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ололарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға һәм тормошта ҡуллана белергә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: слайд-шоу, һүҙ тураһында мәҡәлдәр, туп, фонояҙма,китап,карточкалар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

Кереш тартам, улым, уҡ атырға,

Мөлдөрәмә күҙең менән баҡ.

Әйткән һүҙҙе - атҡан уҡты, улым,

Ҡолағыңа алҡа итеп таҡ.( слайд)

- Һаумыһығыҙ.Ултырығыҙ.Мин Рәлиә Хәжиәхмәт ҡыҙы булам.Һеҙҙең менән осрашыуыма һәм дәрес үткәреүемә бик шатмын.Дәрес һеҙгә оҡшар тип уйлайым.Әйҙәгеҙ эште башлайыҡ.Уңыштар!

2.Ҡыҙыҡтырыу.(вызов)

2.1.Бөгөнгө дәрескә беҙгә ҡунаҡ килгән.(слайд)

- Танынығыҙмы? Ул һеҙгә үҙе менән күңелле эштәр ҙә алып килгән.

1-се эш(слайд)

Шаҡмаҡтарға Ниндәй? һорауына яуап биргән һүҙҙәр яҙырға кәрәк.Һүҙҙәрҙең уртаҡ билдәләрен тап!

Себеш,лимон,япраҡ

Сәскә,ҡәләм,күлдәк

Өй,ауыл,шатлыҡ

һ

а

р

Ы

к

ү

к

ҙ

у

р

Асҡыс һүҙҙе әйтегеҙ инде. Дөрөҫ , һүҙ.

2.2.

Ҡунаҡтың 2-се эше:

Һүҙ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Һүҙ белгәндән, эш белеү яҡшы.

Һүҙ һөйләп, тамаҡ туймай.

Яҡшы һүҙ-йән аҙығы.

Әйткән һүҙ-атҡан уҡ.(слайд)

2.3.Дәрестең маҡсатына сығыу.

Ошо мәҡәлдәр араһынан « Хорошее слово-пища для души» мәҡәленең тәржемәһен әйтегеҙ.( Яуап)

Дөрөҫ. Был мәҡәлдең мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?

( Балаларҙың яуабы)

Ял минуты.

Бер һүҙ менән яуап биреп булған һорауҙар бирегеҙ.

( «Тар һорауҙар» алымы)

3.Ҡабул итеү, үҙләштереү(осмыление).

Беҙҙең ҡунағыбыҙ -әкиәт геройы икәнен әйтеп үттек инде. Ул әкиәт иленән беҙгә яңы әкиәт алып килгән.

Әкиәттең исеме беҙ тәржемәнән тапҡан мәҡәл.

3.1.

Ҡунаҡ һеҙгә шундай һорау бирә:

-Әкиәт исеме буйынса әкиәттә һүҙ нимә тураһында барыр тип уйлайһығыҙ?( Әҫәрҙең исеме буйынса фаразлау алымы)

3.2.(слайд)

Һүҙлек эше:

Буръяҡ-мутная (вода)

Кисеү-брод

Шар асыу-открывать настежь

Һаңғырау-глухой

һауалай-летит высоко

Сауҙагәр-купец

Юлбаҫар-разбойник

(Һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән уҡыу)

3.3.

Әкиәтте уҡытыусы уҡыуында ( ҡайһы бер урындарын һөй-ләргә) тыңлау.( Туҡталыштар менән уҡыу һәм блум һо-рауҙар биреү алымы)

Һорауҙар(слайд)

- Тимерсе ярлыға ниндәй яуап бирә?

- Юлда ул кемдәрҙе йәки нимәләрҙе осрата?

-Ярлы был яуаптан һуң нимә эшләгән тип уйлайһығыҙ?

- Йылға буйына еткәс, ярлы нимә эшләй?

- Бөркөттө күргәс, нимә эшләй?

-Артабан ярлы нимә эшләй?

3.4.

Әкиәттең эстәлеген аңлауҙы тикшереү маҡсатында һорауҙарға яуаптар алыу:

- Был әкиәтте ниндәй төргә индереп була? ( көнкүреш) Ни өсөн?

-Ни өсөн әкиәт тип әйтә алабыҙ?(Юлсы ҡарт ябай түгел)

-Әкиәттең төп геройы? (ярлы)

- Ул өйөнә кемдең ярҙамы менән ҡайтып еткән? Юлсы ҡарт нисек ярҙам иткән?

3.5.

Әкиәтте уҡыусыларҙың уҡыуы.(биремдәр менән уҡыу)

- Ярлы ни өсөн өйөнә ҡайтырға булған? Шул юлды табып уҡығыҙ.

-Дөрөҫ, ә хәҙер ҡарттың ярлыға әйткән өс һүҙен табып уҡығыҙ.( Ваҡыт ҡалһа, дәфтәргә күсереп яҙырға; ҡалмаһа,

өйҙә яҙырға)

-Юлсы ҡарттың ябай түгеллеге ҡайһы юлдарҙа күренә? шул юлдарҙы табып уҡығыҙ.

4.Төшөнөп етеү, аңлау(рефлексия)

4.1.

Синыф ике төркөмгә бүленә, карточкалар ала.Бирелгән планды йөкмәтке буйынса тәртипкә килтерергә һәм уҡырға.( « Буталған юлдар» алымы)

План.(слайд)

1.Юлда өс юлсыны осрата.

2.Ярлы өйөнә ҡайтырға була.

3. Йылға буйында.

4. Тимерсе өс алтын бирә.

5.Өйөнә ҡайтып етә.

6. Бөркөт һауалаған ерҙә.

7. Юлсы ҡарт өс һүҙ әйтә.

-Ә хәҙер дөрөҫ планға ҡарап әйтегеҙ, дөрөҫ яуап бирҙегеҙме?

Дөрөҫ план: (слайд)

  1. Ярлы өйөнә ҡайтырға була.

  2. Тимерсе өс алтын бирә.

  3. Юлда өс юлсыны осрата.

  4. Юлсы ҡарт өс һүҙ әйтә.

  5. Йылға буйында.

  6. Бөркөт һауалаған ерҙә.

  7. Өйөнә ҡайтып етә.

4.2.

Ҡунаҡ беҙгә синквейн яҙырға тәҡдим итә: герой(ярлы), һүҙ, әкиәт, дәрес,мәҡәл һүҙҙәренең береһен ҡулланырға.

( һүҙҙәр таҡтала яҙылған)

Синквейн.( слайд)

1-се юл-1 исем(тема)

2-се юл-2 сифат( теманы аса)

3-сө юл- 3 ҡылым (тема буйынса эш-хәрәкәтте тасуирлай)

4-се юл - һөйләм ( темаға ҡарата ҡараш)

5-се юл - 1 һүҙ(синоним)

Ҡунаҡ төҙөгән синквейн:

Һүҙ.

Яҡшы.Насар.

Яуызлана.Изгеләнә.Дауалай.

Йәнгә туңған боҙҙо иретә.

Тормош.

5.1.Өйгә эш:Һорауға эссе формаһында яуап яҙырға.

Һорау:

-Ярлы һуңғы аҡсаһына өс һүҙҙе һатып алып дөрөҫ эшләгәнме? Уның урынында һеҙ ни эшләр инегеҙ?

6.1.Йомғаҡлау.

Дәрестә үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

Дәрес һеҙҙә ниндәй тойғолар,теләктәр уятты?

Ҡунаҡ менән тағы осрашырға теләр инегеҙме?

Һеҙҙә ҡунаҡҡа бик оҡшанығыҙ.(слайтта шатланыу эффекты)

7.1.Баһалау. Дәрестә үҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт,…, …, …, …, … (уҡыусыларҙың исеме) бишле( дүртле) билдәһе ҡуям.

Ошоноң менән дәрес тамам.Һау булығыҙ!



© 2010-2022