Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Отдел образования Администрации МР Стерлибашевский район

Республики Башкортостан

Малая академия наук школьника






Онотмаһын мине Тыуған ил.



Баязгулова Алсу Явдатовна.

10 класс, СОШ д. Нижний Аллагуват

МР Стерлибашевский район





Научный руководитель:Баязгулова Р.Г.







с. Стерлибашево 2010/2011 учебный год.

Йөкмәткеһе.

  1. Инеш өлөш.

  2. Төп өлөш.

  3. Йомғаҡлау .


























  1. Инеш өлөш.

Кем һуң ул Йәүҙәт Хәсән улы Ильясов? Тикшереү эшемде башлар алдынан ошондай һорауҙар менән мин тәүҙә үҙемдең класташтарыма, мәктәптә 8-11 класта уҡыусы уҡыусыларға мөрәжәғәт иттем. Улар яуап бирә алмағас, уҡытыусыларҙан һораштым. Улар ҙа икеләнеп ҡалды. Төрлө күҙаллауҙар булды, ләкин төплө генә итеп дөрөҫ яуап биреүсе булманы. Ошо күренештән һуң мин үҙемдең тикшереү эшемдең темаһын дөрөҫ һайлауыма ышандым.

Йәүҙәт Хәсән улы Ильясов- беҙҙең яҡташыбыҙ, шағир, журналист, тәржемәсе, киносценарист, рәссам. Мин үҙем дә был яҙыусы тураһында беренсе тапҡыр телетапшырыуҙан ишеттем. Үзбәкстан республикаһынан килгән журналист йәштәр форумында башҡорттарҙы үҙҙәренең данлыҡлы шәхестәренең тарихын өйрәнмәүҙә, белмәүҙә, уларҙы онотоуҙа ғәйепләй ине. Ул данлыҡлы яҙыусыны башҡорттарҙың белмәүе, ә үзбәктәрҙең данлауына баҫым яһаны. Журналистың әйткән һүҙҙәренең хаҡмы, әллә был ҡоро ялған яғыумы икәнен белергә теләк барлыҡҡа килде. Мин яҙыусының тормошон, әҫәрҙәрен өйрәнергә булдым.

Эште мәктәп китапханаһынан башланым. Үҙебеҙҙең мәктәптә уның тураһында бер мәғлүмәттә булманы. Ауыл китапханаһында ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Район үҙәгендәге китапханала ла яҙыусының бер әҫәре лә юҡ булып сыҡты. Ә Салауат ҡалаһының балалар китапханаһында авторҙың үҙен дә белмәүҙәрен әйттеләр. Ҡаршылыҡтарға осраған һайын ҡыҙыҡһыныуым артҡандан арта барҙы. Таныштарыбыҙға Өфө ҡалаһының китап магазиндарынан беҙгә китап алып ҡайтып биреүҙәрен һораныҡ. Ләкин яуап бер үк булды. " Һатыуҙа китап юҡ".

Шул ваҡыт миңә интернеттан эҙләргә, йәки матбуғат баҫмаларын ҡарап сығырға тәҡдим иттеләр. Мин Йәүҙәт Ильясов тураһында бер аҙ мәғлүмәт йыя алдым. Яҙыусы тураһында белгәндәрем тураһында класташтарым алдында сығыш яһаным, хәҙер һеҙгә тәҡдим итәм.

Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил

2.Төп өлөшө.

Башҡортостан республикаһының Йәрмәкәй районында йәмле Ыҡ йылғаһы буйында Исламбахты ауылы урынлашҡан. Был ауылдан күп данлыҡлы кешеләр сыҡҡан. Шуларҙың береһе Ильясов Йәүҙәт Хәсән улы (1929-1982)- яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе. Уның ғүмере бик ҡыҫҡа булған. Ул 53 йәшендә вафат була. Шуға ҡарамаҫтан ул бай әҙәби ҡомартҡы ҡалдыра: тарихи темаға 9 роман һәм повесть, бик күп шиғырҙар, хикәйәләр, яҙа; рус теленә башҡорт, татар, үҙбәк, ҡарағалпаҡ теленән әҫәрҙәр тәржемә итә.

Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил

Ул 5 йәшендә уҡырға өйрәнгән, ә 10 йәшендә шиғырҙар, хикәйәләр яҙған. Ләкин журналист, яҙыусы булып киткәнсе ул бер нисә һөнәр алыштырған: ат көткән, тракторист, слесарь, икмәк бешереүсе , үзбәк теле, рәсем, черчение фәндәре уҡытыусыһы, рәссам, мәҙәниәт йорто, китапхана мөдирҙәре булып эшләгән.

Яҙыусының әсәһе яғынан туғандары бай тархандар нәҫеленән булған. Әсәһе Хисаметдинова Сәйҙикамал Сәйәхетдин ҡыҙы балалар йортонда тәрбиәләнгән, үҫкәс йыйыштырыусы булып эшләй. Актив комсомол ағзаһы була. Спектакль, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Йәүҙәттең буласаҡ атаһы Хәсән Ильясов менән Белорецк металлург комбинатын төҙөгән ваҡытта танышалар. Йәүҙәт тыуғас атаһы Исламбахты ауылына килә, ләкин һөнәре буйынса эш булмағас кире ҡалаға китә. Сәйҙекамал апай унда барырға риза булмай, Йәүҙәткә 3 йәш тулғас улар Үзбәкстанға сығып китәләр. Бында яңы ғаилә барлыҡҡа килә. Йәүҙәттең үгәй атаһы икмәк бешереүсе була, улы уға ярҙам итә. Хәсән ағай Сәйҙекамал апайҙан улы менән осрашыу теләген белдерһә лә , әсәһе ҡаршы була. Әсәһенең теләге буйынса Йәүҙәт Ильясов Белорецк ҡалаһындағы педагогик училищеға уҡырға инә. Ошо йылдарҙан уның әҙәби эшмәкәрлеге башлана. " Белорецк эшсеһе" ҡала газетаһы, республика йәштәре газетаһы " Ленинсы" биттәрендә 1949 йылдан башлап шиғырҙары, хикәйәләре, очерктары баҫыла башлай. ( "Белорецкиға", "Америка ожмахы", " Беҙҙең ҡала", " Тыуған ил"). 1952 йылдан ул "Ленинсы" газетаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. Был йылдарҙа ул Ҡадир Даян менән дуҫлаша. Ул яҙыусының "Бүләк" китабын рус теленә тәржемә итә. Тиҙҙән яҙмыш Йәүҙәт ағайҙы Урта Азия яҡтарына килтерә. Корреспондент булғас ул бөтә Үзбәкстан, Ҡаҙахстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан республикаларында күп тапҡырҙар була. Ул был халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, көнкүрешен ,тарихын етди өйрәнә. 1956 йылда " Көнсығыш йондоҙо" журналы биттәрендә уның беренсе оло әҫәре "Тропа гнева" донъя күрә. Бер-бер артлы "Согдиана", "Черная вдова", "Пятнистая смерть", "Стрела и солнце", "Золотой истукан", " Месть Анахиты", "Заклинатель змей" исемле әҫәрҙәрен яҙа.

Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил

Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил

Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил

Был әҫәрҙәр әҙәби критиктар менән бик юғары баһалана. Был романдарҙа Дарий, Александр Македонский,Кир хакимлыҡ иткән ваҡыттар һүрәтләнә. Урта Азиялағы бөйөк батшалыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе һәм бөтөүе, әкиәттәге кеүек байлыҡ һәм иҫ киткес хәйерселек, иҙелгән халыҡтарҙың баҫып алыусыларға ҡаршы көрәше тураһында яҙыла.

Йәүҙәт Ильясовтың ижадында донъя әҙәбиәтенең бөйөк классигы данлыҡлы шағир, ғалим Омар Хойям тураһында яҙылған повесы айырым урын алып тора. "Заклинатель змей", "Башня молчания"- әҫәрҙәрендә персид һәм таджик шағиры, астроном, математик, философтың ябай булмаған яҙмышы һүрәтләнә. Был әҫәрҙәр тарихи яҡтан дөрөҫ факттарға таянып яҙылған.

Йәүҙәт Ильясовтың әҫәрҙәре Ташкент, Нукус, Душанбе, Мәскәү, Вильнюс, Братислава ҡалаларында рус, үзбәк, литва, словак телдәрендә дөйөм тиражы 3 миллиондан артыҡ тираж менән баҫыла. Ә башҡорт телендә , беҙҙең Башҡортостанда ҡыҙғанысҡа ҡаршы бер әҫәре лә донъя күрмәй. Уның сценарийы буйынса донья күргән "Канатоходцы" исемле нәфис фильм Азия һәм Африка илдәре кинофестиваленең лауреаты була. Бына күп йылдар Фрунзе, Ташкент ҡалаларының театр сәхнәләрендә "Томирис" исемле балеты күрһәтелә. "Узбекфильм" киностудияһында "Томирис" исемле әҫәре буйынса кинофильм төшөрөлә һәм үҙәк телевидениенан күрһәтелә. "Согдиана" операһы ла ҙур танылыу яулай. Йәүҙәт Хәсән улын оҫта рәссам итеп тә беләләр.

Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил

Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бер нисә башланған әҫәрҙәре тамамланмай, сценарийҙары донъя күрә алмай ҡала.

Уның ижады тураһында 100-ҙән артыҡ рецензиялар яҙылған. Филолог И. П. Варфоломеев Ильясовтың тормошо һәм ижады буйынса кандидат диссертацияһын яҡлай. Ҡазанда "Ҡазан уттары", "Мираҫ" журналдарында даими рәүештә яҙыусының әҙәрҙәре донъя күрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Тыуған илендә яҙыусыны белеүселәр бик аҙ. Китапханаларҙа, матбуғат баҫмаларында яҙыусы тураһында, йөкмәткеһе бер үк булған, һуңғы 10 йыл эсендә баҫылған кескәй генә 2 очерк бар. ( авторы Рафмир Гареев "Ватандаш", "Бельские просторы" журналдарында). "Башҡорт энциклопедия"һында яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы яҙылған.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса яҙыусы Ташкент ҡалаһының Волгоград урамында урынлашҡан күлдә һыу ингәндә батып үлә.

Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил

Уның урыҫ хатыны Анна Яковлевна Мигловец әлеге көндә лә Үзбәкстанда йәшәй. Яҙыусының архивын, китаптарын үҙенең ике бүлмәле фатирында ҡәҙерләп һаҡлай.

Яҙыусының архивын, китаптарын үҙенең ике бүлмәле фатирында ҡәҙерләп һаҡлай. Тыуған ерендә уны хатта белеүселәр ҙә әҙ булғас ҡулъяҙмаларын, архивын ҡайҙа ҡуйырға, кемгә ҡалдырырға тигән һорау борсой уны.

Исследовательская работа Онотмаһын мине Тыуған ил



3.Йомғаҡлау.

Тикшереү эшемдең аҙағында рус яҙыусыһы Л.Г. Беловтың шиғыр юлдарын уҡып ишеттерергә теләйем.

Он не имел ни званий, ни наград,

Большой художник и поэт Явдат,

Но выше именитых был в сто крат

Литературы Рядовой Солдат…

Пройдут года, столетья промелькнут,

Забудут многих нынешних светил;

Его же творчество, Его алмазный труд

Народ уже в бессмертие впустил.

Башҡорт халҡы үҙенең данлыҡлы улдарын, ҡыҙҙарын онотмаһын ине!









Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. "Бельские просторы" - № 10, 2004

  2. "Ватандаш" - журнал.

  3. Татар электрон библиотекаһы: Йәүҙәт Ильясов.

© 2010-2022