• Преподавателю
  • Другое
  • Конспект урока по башкирской литературе З. Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

Конспект урока по башкирской литературе З. Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

Зәйнәб Биишева. "Дуҫ булайыҡ" повесының "Балыҡсылар"өҙөгөн өйрәнеү.

(Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән 7-се класс уҡыусылары өсөн дәрес өлгөһө)

Билалова Әлфиә Миндебай ҡыҙы -

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Маҡсат:

  • Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады менән таныштырыу;

  • Яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәр күнекмәләрен үҫтереү;

  • Яҙыусының ижадына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тәрбиәләү; ысын дуҫлыҡ төшөнсәһен асыҡлау.

Йыһазландырыу: Зәйнәб Биишеваның портреты, слайдтар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

1-се слайд

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

  • Һаумыһығыҙ, балалар! Ултырығыҙ!

  1. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ( һ, ҡ, ғ, ө, ҙ, ә, ң) ҡабатлау.

2-се слайд

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

Был өҙөк ниндәй шиғырҙан һәм авторы кем икәнлеген әйтегеҙ.

Шулай итеп, бөгөн дәрестә беҙ кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  1. Уҡыусылар менән бергәләп дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү.

Уҡытыусы. Дәрестә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның тормош юлына һәм ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһарбыҙ, уның әҫәре менән танышырбыҙ.

IV. Яңы тема өҫтөндә эш.

1. Кем ул З. Биишева? Был һорауға яуап бирергә ошо схема ярҙам итер.

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

  1. Ҡайҙа? Ҡасан?

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

  1. Ниндәй? Бөгөн Зәйнәб Биишеваны әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы тип беләләр. Мәҫәлән: шиғырҙар, поэмалар, әкиәттәр, хикәйәттәр, хикәйәләр, романдар, драма әҫәрҙәре, тәржемәләр.

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

  1. Кем?

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

  1. Нисек?

Тимәк, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева тыуыуына 2013 йылдың 2 ғинуарында 105 йыл тула.

Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, теманы һәм ошо схеманы төшөрөп, яҙып ҡуйығыҙ.

  1. " Дуҫ булайыҡ" повесының "Балыҡсылар" өҙөгө өҫтөндә эш.

Уҡытыусы. З.Биишеваның төрлө жанрҙа әҫәрҙәр ижад итеүен ҡарап үттек. Шуларҙың береһе, "Дуҫ булайыҡ" исемле повесы менән яҡынданыраҡ танышырбыҙ. (Инеш әңгәмә)

  • Һүҙлек һүҙҙәре өҫтөндә эш.

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

а) Һүҙҙәрҙең тәржемәһен аңлатыу.

б) Уҡыусыларҙың берәмләп уҡыуы.

в) Һүҙлек һүҙҙәре менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

г) Һүҙлек һүҙҙәренән сығып, әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ барасағын фараз итеү.

  • Әҫәрҙең эстәлеге менән танышыу.

а) Уытыусы башлап уҡый, балалар сылбырлы уҡып дауам итә.

б) "Ҡарыны асҡайны" һүҙбәйләнешенәң мәғәнәһен асыҡлау.

  • Һорауҙарға яуаптар биреү.

Уҡытыусы. Әҫәрҙе нисек аңлағанығыҙҙы бер - беребеҙгә һорауҙар биреп, тикшереп ҡарайыҡ. (Уҡыусыларҙың бер - береһенә биргән һорауҙары һәм яуаптары аша өҙөктөң эстәлеге асыҡлана.)

  • Йөкмәткеһенә ярашлы итеп, бирелгән планды тәтипкә килтереү.

а) Балыҡ ҡармаҡлау.

б) Йәмле йылға буйы.

в) Усаҡ янында.

Дөрөҫ яуап:

а) Йәмле йылға буйы.

б) Балыҡ ҡармаҡлау.

в) Усаҡ янында.

Артабан һәр өлөш буйынса эш алып барыла.

  • Һүрәт менән эшләү.

Уҡытыусы. Өҙөктән ошо һүрәттең йөкмәткеһенә тап килгән һөйләмдәрҙе табып уҡығыҙ.

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

  • Балыҡтың төрҙәре тураһында һөйләшеү.

- Текста ниндәй балыҡ исемдәрен осраттығыҙ?

- Беҙҙең яҡтарҙа ниндәй балыҡтар бар?

- Ниндәй балыҡтар ҡыҙыл китапҡа ингән һәм ни өсөн?

  • Һүрәт ярҙамында балыҡ ҡармаҡлау тураһында әңгәмә ҡороу.

  • Уҡытыусы. Өҙөктө уҡығанда Ҡыҙырас менән Юлдаштың нисек балыҡ ҡармаҡлауҙарына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Әйҙәгеҙ, ошо һүрәткә ҡарап, иҫкә төшөрәйек.(Әңгәмә ҡороу)

Өҙөктө дөрөҫләп уҡыу.

Балыҡтарҙы таҙартып бөткәс, улар ятып үҫкән ҡайын (муйыл) ботағына котелокты элделәр ҙә, аҫтына утын (сыбыҡ - сытыр) һалып, ут төртөп ебәрҙеләр. Унан, ҡарт балыҡсыларса һөйләшеп, (уйсан, тын ултырып) балыҡтың бешкәнен көттөләр.

  • Ҡыҙырас менән Юлдашҡа ҡылыҡһырама биреү.

Уҡытыусы. Малайҙар ниндәй булып күҙ алдына баҫа? Уларҙы иҫкә төшөрөп, таблица ҡаршыһына дөрөҫ исемдәрен ҡуйығыҙ.

Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесы (7 класс)

Уҡытыусы. Күреүегеҙсә, геройҙарҙың характеры ҡапма - ҡаршы. Ундай кешеләр дуҫ була аламы? Һеҙ ошо ике геройҙың ҡайһыһын дуҫ итеп күрергә теләр инегеҙ? Ни өсөн? Һеҙҙеңсә, ысын дуҫтар ниндәй булырға тейеш?

( дуҫлыҡ тураһында тәрбиәүи әңгәмә )

  1. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Эйе, уҡыусылар, дуҫлыҡ - ул ҙур төшөнсә. Ул ауыр мәлдәрҙә, етди эштә, юлда, тормош һикәлтәләрен үткәндә беленә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк. Ошондай төшөнсәләрҙе һәм ҡиммәттәрҙе З.Биишева үҙенең

әҫәрендә асыҡ сағылдыра. Уның ижады һеҙгә үрнәк булһын. Яҙыусыбыҙҙың хеҙмәтен баһалағыҙ, онотмағыҙ, хөрмәт итегеҙ.

V. Өй эше.

"Дуҫым менән балыҡта" темаһына мини инша яҙыу.

© 2010-2022