Методическая разработка для работы со студентами

Раздел Другое
Класс -
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:



Йөкмәткеһе.

1.Инеш.

2.Төп өлөш.

3.Кисә планы.

4.Йомғаҡлау.

5.Ҡулланылған әҙәбиәт.









1

"Хупланды" Гуманитар фәндәр циклы комиссияһы

тарафынан протоколы_______

___________Р.Ф.Аккөбәкова

"___"________2015 й

"Раҫлайым"

Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса

директор урынбаҫары

___________ Л.Б.Улядарова

"____"_______2015 й

Авторы______ Р.С.Әлимғолова,УПББ ДБМУ Мәләүез

механика-технология техникумының юғары

категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы

Рецензенты_______ Г.С.Ибракова, һөнәри белем биреү учреждениеһы Мәләүез механика- технология техникумының методика кабинете мөдире





Инеш.

Зәйнәб Биишева - хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең талантлы шағир, драматург,публицист.Зәйнәб Биишева Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала, өс йәшендә әсәһе,ун бер йәшендә атаһы үлеп китә.Зәйнәб ауыл мәктәбенә уҡырға төшә.Ләкин тормош ауырлығы арҡаһында дүртенсе класты ул ун алты йәшендә генә тамамлай.Зәйнәбте шул йылдың йәйендә Ырымбур өлкәһенең Ташлы ауылына әҙерлек курстарына уҡырға ебәрәләр,шунан Ырымбурға Башҡорт педагогия техникумына күсерәләр.Техникумды ул уңышлы тамамлап сыға.Баймаҡ районының Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй.Зәйнәб Биишеваның тәүге хикәйәһе "Октябрь"журналында баҫыла.Беренсе китабы "Партизан малайы"сыға.Шунан алып ошо көнгә саҡлы уның бик күп китабы донъя күрҙе.

Зәйнәб Биишева әҙәбиәт өлкәһендә һәм йәмәғәт эштәрендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн өс тапҡыр "Почёт билдәһе"ордены,миҙалдар һәм РСФСР,БАССР юғары Советы Президиумдарының Почет грамоталары менән наградлана.өфө ҡала Советына депутат итеп тә һайлана.Уға "Яҡтыға" трилогияһына Салауат Юлаев исемендәге премия,аҙаҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә.

Йомғаҡлап,шуныәйтергә кәрәк,Зәйнәб Биишева башҡорт әҙәбиәтен һәм әҙәби телен байытыуға һәм үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе.













2

Сәхнә матур итеп биҙәлә. Уртала Зәйнәб Биишева портреты. Шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылған плакаттар портреттың уң һәм һул яҡтарына симметрик рәүештә эленә. Һул яҡ мөйөштә - китаптар күргәҙмәһе. З. Биишеваның тормош һәм ижад юлына бағышланған стена гәзите эленгән.

Әкрен генэ ҡурай моңо ишетелә башлай. Ҡурай моңо фонында ҡатын - ҡыҙҙың яғымлы ла, наҙлы ла тауышы ишетелә "Зәйнәб!Зәйнәб!"

Сәхнәгә өс алып барыусы сыға. Ике яҡта - ике ҡыҙ, ә уртала егет баҫып тора.

Беренсе алып барыусы (егет). Зәйнәб Биишеванының "Йырлайым" шиғырының уҡый.

Йырлайым.

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,

Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә.

Сәстәремә ҡырау сәселһә лә,

ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә.

Йырлап йәшәйем,

Халҡым,илем ғүмере

Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас,
Тыуған ерем - бөйөк Совет иле

Ер йөрәге типкән ер булғас,

Йырлап йәшәйем. Халыҡ үҙе һөйөп,

-"Йырла! - тиеп бирҙе ҡәләмде.-

Данла, - тине һине кеше иткән,

Йырсы иткән азат Илеңде."

Һәм йырлайым. Дошман сыр-сыуҙары

Тауышымды быуып тора алмаҫ.

Барған юлым тоғро - Ленин юлы,

Бер кем унан ситкә бора алмаҫ.

Илап тыуһам да мин, йырлап уҫтем,

Йырлап йәшәйем һаман, бөгөн дә

Йырламайса күңелем түҙә алмай

Йырҙарға тиң бөйөк илемдә.

3

Икенсе алып барыусы. Хәйерле көн,хөрмәтле ҡунаҡтар,ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ! Башкортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, бөтәбеҙҙең дә яратҡан яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишеваның тыуған көнөнә рәхим итегеҙ.

өсөнсө алып барыусы. Добрый день, уважаемые гости, дорогие учителя и друзья! Разрешите открыть вечер, посвященный дню рождения народного писателя Республики Башкортостан , лауреата премии имени Салавата Юлаева Зайнаб Бииишевой.

Беренсе алып барыусы.Һәр талантлы яҙыусының башҡаларҙаң айырылып торған,тик үҙененә генә хас булған тауышы була. Әҫәрҙәрендә өр-яңы донъя аса. Кеше эшмәкәрлеген, уның психологияһын, рухи мәҙәниәтен байытыуға тос өлөш индерә. Башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы, Башкортостан Республикаһының тәүге халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева ижадының тәүге йылдарынан уҡ ең һыҙғанып эшләне.

Икенсе алып барыусы. Яҙғы ғинуар айында донъяға килеүе менән бәйле һымаҡ. Әммә ул ҡышҡы аяҙ көн кеүек яғымлы ла, көләс тә була, бәләкәйҙән бөтә тирә-яҡты иғтибар менән күҙәтә белә. Шуға ла уның романдарында тәбиғәт, бала сағында нисек күрелгән, шулай тасуирлана . Тыуып уҫкән ауылының түбән яғындағы саталы тирәк, яҙыусыға тоғро ҡалғандай, ул вафат булғанса ел-дауылдарҙа ла, һыу аҫтында ҡалыуына ла бирешмәй, ботаҡтарын йыуанайтып ултырҙы ла ултырҙы.

Етем ҡыҙ яңғыҙ саҡтарын күберәк тәбиғәт ҡосағында үткәрә, уның менән һөйләнә, серләнә, күңелен бушата.

"Ҡырыҫ булды" шиғырын бер уҡыусы яттан һөйләй.

Ҡырыҫ булды...

Әсеһен дә күрҙем, сөсөһөн дә,

Үкенесем ерҙә ҡалманы

Тик, шулай ҙа, донъя, гүзәл донъя

һине һөйөп танһыҡ ҡанманы.

Дөрөҫ, шәхесем өсөн был донъяға

ҡомһоҙланып йәбешеп торманым.

Аҙыраҡ биреп, күберәк алайым тип, Татлы һүҙҙән тоҙаҡ ҡорманым. 4

Ҡырыҫ булды минең барыр юлдар,

Наҙлы сөсөлөктәр тойманым.

Шуға, ахыры, донъя, һине күреп,

һине һөйөп,һис тә туйманым.

Йәшәр инем тағы бер дулап

Йөкләр инем тау-таш ауырлығын,

Күтәргәнсә йөрәк, көс-кеүәт

Йәшәү-хеҙмәт, көрәш, үҙем бит ул,

Унан башҡа тормош юҡ миңә.

Ҡул ҡаушырып түрҙә ултырырға

Килмәнем бит, донъя, мин һиңә.

Беренсе алып барыусы. Эйе, Зәйнәб Биишеваның тормошо, ижады һәм шәхесе балаларға ла урта һәм өлкән быуын кешеләренә лә берҙәй яҡын, сөнки уның әҫәрҙәренән ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ һәм ғәҙеллек бөркөлөп тора. Беҙҙең өсөн Зәйнәб Биишева образы - Башҡортостанға, уның халҡына арымай-талмай хеҙмәт итеүҙең аҫыл өлгөһө ул.

"Халыҡ күңеле" шиғырын бер уҡыусы уҡый.

Халыҡ күңеле.

Яҡшымын, тип күкрәк ҡағып сыҡма,

Халыҡ үҙе күрер, баһалар.

Тере саҡта күҙҙе буяусыға

Ҡаты була үлгәс язалар.

Нәфрәтләнеп, исемеңде телгә

Алыуҙары бар бит бер заман.

Тере саҡта булһа - әле бер хәл,

Үлгәс хурлаһалар - бик яман.

Халыҡ күңеле - көмөш шишмә бит ул,

Үлемһеҙ ул һаҡлай сафлыкты,

Кисермәй ул хатта Алланы ла

Ситләп үтмәк булһа хаҡлыҡты.

Яҡшылыҡ,тип күкрәк киреп сыҡма,

Ҡалған эшең үҙе һөйләһен.

Һүҙең түгел, майлы күҙең түгел,

Йән йөрәгең шуны һөйләһен.

Яҡшылыҡ бит- моң, зар, йыр кеүек ул, 5

Йөрәктәрҙән күсә йөрәккә.

Күҙҙәрҙә - нур, күңелдәрҙә -ҡояш,

Кеүәт булып күкрәй беләктә.

Ниңә буш һүҙ? Бул һин ысын кеше,

Тура һүҙле,көмөш һыуҙың бер тамсыһы

Тынсыу күлдән артыҡ түгелме?

Зәйнәб Биишева-төрлө жанрҙа ижад иткән талантлы яҙыусы,шағир,драматург,публицист.

Халыҡ элек-электән мөғәллим,табип,ауыл хужалығынағына хас һөнәрҙәрҙе күберәк һайлаған.Әле лә беҙҙең яҡтарҙа шул һөнәрҙәр өҫтөнлөк ала.Зәйнәб Биишева ла ата-бабалары шәғәлөнә тоғро ҡалып,уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм балалар уҡытыуҙан башлай.Уның ҡартаталары Ирғәли,Төхфәтулла,атаһы Абдулла үҙ заманының уҡымышлы,белемле кешеләре була.Атаһы ла Зәйнәб Биишева кеүек бик йәшләй етем ҡала. Шуға ҡарамаҫтан,йәйен байҙарға көтөүсе,ҡышын мәҙрәсәләрҙә бай балаларына сәй ҡайнатыусы булып эшләп белем ала һәм мулла дәрәжәһенә күтәрелә Аҙаҡ тыуған ауылына ҡайтып балалар уҡыта башлай.Шуға күрә лә улы Һибаҙулла,ҡыҙы Зәйнәб атаһы юлын һайлай.Ике йәш ярымда әсәһенән,ун бер йәшендә атаһынан ҡалған Зәйнәб,үҙенең тырышлығы менән маҡсатына ирешә,яҙыусы булып китә.Ул әҫәрендә тыуған ауылын, тәбиғәтен,ауыл халҡының тормошон һүрәтләй,ҡатын-кыҙҙарҙан беренсе булып тотош бер тарихи дәүерҙе кәүҙәләндерелгән «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш».Емештең бала-сағы минең бала саҡ, тип яҙа әҙибә.Авторҙың яҙмышы кеүек Емештең дә үткән тормош юлы ҡатмарлы.

Яҙыусының атаһы оҙаҡ ваҡыт һуҙылып килгән ауырыуы түшәккә йыға һәм үлеп китә. Зәйнәб Биишева, мин атайымдың уҡытыуын хәтерләмәйем,ти.Ләкин бик кескәйҙән уҡый белә инем.Бәлки атайымдың өйҙә өлкән туғандарҙы уҡытыуын тыңлап өйрәнгәнмендер.Атайым бигерәк тә ағайымды ҡышҡы кистәрҙә өйҙә бик тырышып ҡаты тотоп уҡыта ине.Ул бик ҡыҙыу холоҡло кеше.Ағайымды,дәресен яҡшы белмәһә,яңаҡлап та ебәрә,тип иҫләй яҙыусы.

Ғөмүмән,ул атаһынан ни өсөндөр ҡурҡҡан һәм яратмаған.Ул үлгәс,апайҙарының уның иламауына ғәжәпләнгәндәр.

Ҡара әле,бынау һөмһөҙ иламай ҙа исмаһам...Йә, үкһеҙ етем ҡалдың да баһа,тип аптыранылар улар.Ҡайғыра ла,илай ҙа алмауыма үҙем дә ғәжәпләндем.Ләкин кескәй саҡтан уҡ яһалма йәш сығарыуға 6

ҡарағанда,урынлы шелтә ишетеүҙе артыҡ һанай инем мин,-тип яҙа яҙыусы.Атайымды балаларын уҫал үгәй әсәйҙән дә килмешәк, ерһеҙ, тип кәмһетеүселәрҙән дә һис тә һаҡламағандары өсөн яратмай инем,ә яҡларға уның хәленән килмәүен уйлап ,ғәфү итерлек аң,күрәһең,миндә булмағандыр, тип иҫләй.Әсәһен күреп белмәһә лә яратҡан,йәлләгән,хөрмәт иткән.Сөнки әсәйем үлгәс,атайым да үлһен ине, тип уйлай инем ти-,Зәйнәб Биишева.

Икенсе алып барыусы. Ә хәҙер иғтибарығыҙға Зәйнәб Биишвенаның тормош һәм ижад юлына арналған викторина һорауҙарын тәҡдим итәбеҙ.Беренсе һорау. З.Биишева ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1908 йылдың 2 ғинуарында Күгәрсен ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған). Өҫтәп шуны ла әйтергә теләйем. Ата - әсәһенән бик йәшләй етем ҡала . 1911 йылда атаһы үлеп китә.

Беренсе алып барыусы. З.Биишева белемде ҡайҙа ала? (Ауыл мәктәбендә уҡый, ләкин тормош ауырлығы арҡаһында дүртенсе класты , фәкәт 1924 йылда ғына тамамлай һәм Ырымбур өлкәһенең Ташлы ауылына ебәрәләр, шунан Ырымбурға Башҡорт педагогия техникумына күсереләр).

Икенсе алып барыусы. Буласак яҙыусы уҡырға-яҙырға кемдән өйрәнә? (Атаһы Абдулла Биишевтан, ул Ғибайдулла,Йәмилә,Хафисаға һабаҡ биргәндә, шаршау артында тыңлап ҡына өйрәнә).

Беренсе алып барыусы. Трилогияһының төп геройы кем? (Емеш. Емештең бала-сағы, минең бала-саға ул ти).

Икенсе алып барыусы. Уның тәүге хикәйәһе нисәнсе йылда баҫыла? (1930 йылда "Октябрь" журналында)

Беренсе алып барыусы. Яҙыусы әҫәрҙәрендә нимәне һүрәтләй? (тыуған яғын, ауыл халҡынынң тормошон, тәбиғәтен һүрәтләй).

Бер уҡыусы "Йылдар йөгө" шиғырын уҡый.

"Йылдар йөгө"

Донъя йөгөн һирпеп ташлап булһа,

Ҡайтыр инем тыуған яғыма.

Йырлар инем баҫып оло Эйектең

Суҡ тирәктәр үҫкән ярына.

Тыңлар инем һандуғастар моноң.

Кәкүк моңон яҙғы таңдарҙа.

Йөрөр инем тәүге мөхәббәтем

Сәскә атҡан зәңгәр тауҙарҙа.

Ҡайтыр инем, һөйөнөп ҡайтыр инем,

Тыуып үҫкән нурлы яғыма, 7

Йырлар инем баҫып оло Эйектең

Бөҙрә талдар үҫкән ярына.

Донъя йөгөн ситкә ырғытҡанда ,

Йылдар йөгө ята инемдә.

Ҡайтып булмай...Әммә ут йөрәгем -

Мәңгелеккә тыуған еремдә.

Икенсе алып барыусы. Зәйнәб Биишеванының ниндәй драма әҫәрҙәрен беләһегеҙ? ("Тылсымлы ҡурай", "Нәҙер"...)

Спектаклдән өҙөк күрһәтелә. Спектакль тамамлағас та ҡурай моңо яңғырай .

Беренсе алып барыусы. Я ҙыусының (ниндәй) туған телгә арналған ниндәй шиғырын беләһегеҙ? ("Туған телем")

Икенсе алып барыусы. Башҡорт әҙәбиәтендә беренселәрҙән булып ижад ителгән трилогия һәм уға ингән (Ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып тотош бер тарихи дәүерҙе кәүзәләндерелгән "Кәмһетелгәндәр", "Оло Эйек буйында", "Емеш" романдарынан торған трилогия тыуҙыра).

Розалиә Солтангәрәева һүҙҙәренә яҙылған , Зәйнәб Биишева арналған ҡобайыр башҡарыла.

Өсөнсө алып барыусы. Творчество каждого талантливого писателя - явление органическое. Все произведения такого писателя бывают взаимосвязанными, они неотделимы друг от друга. В упорном и кропотливом труде Биишевой творчески росла от произведения к произведению. «Литература - писала Зайнаб Абдулловна, - это прежде всего труд тяжелый, напряженный, но труд благородный. Во всех произведениях З.Биишевой 8 главную суть творчества, его направления определяют народные интересы и проблемы свобода, борьбы народа за свою счастливую жизнь. Это главная тема от произведения к произведению раскрывается все ярче, глубже»

Беренсе алып барыусы.Зәйнәбтең атаһы Хәлимә Абулла ҡыҙы Корбанаева Өфөгә , беренсе булып баш ҡалалағы берҙән-бер 9-сы башҡорт мәктәбен аса. Хәҙерге ваҡытта ул ниндәй мәктәп тип үҙгәртелә? (Бөгөн Р.Ғарипов исемендәге1-се башҡорт республика гимназия интернаты).

Икенсе алып барыусы. Биишевтар ғаләһендә рухи байлыҡҡа иғтибар көслө була, ул осорҙа нәшер гәзит- журналдар, төрлө китаптар яратып уҡытыла. Шуғалыр ҙа матбуғат уртаһында үҫкән ҡыҙ көслө рухлы, тура һүҙле, ихласкүңелле, ябай дуҫлыҡҡа тоғро, телен,илен һөйөүсе шәхес булып формалаша Зәйнәб - Емеш тормошта ла ошондай. 8

Беренсе алып барыусы. Зәйнәб Биишеваның көслө рухлы шәхес булыуы хакында Башкортостандың халыҡ шағиры Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рауил Бикбаев түбәндәгене яҙа:"Шиғирҙарында һәм поэмаларында "Серле курай" кеүек сәхнәне шаулаткан драмаларында ла "Яҡтыға" исемле атаҡлы трилогияһында халҡыбыҙ яҙмышын, уның көрәшен ҙур талант менән күрһәтә алды. Зәйнәб Биишева кеүек шәхестәр халыҡтың сәңғәтенә яңы гәүһәрҙәр өҫтәп кенә ҡалмай, уйландыра, күңеленә йәм менән бергә яңы ғәм өҫтәй, ил хәстәре менән йәшәргә өйрәтә. Бер ҡулы менән йыр яҙһа, икенсе ҡулы менән сабыйҙарҙың сәңгелдәгең, милләттең, илдең бишеген бәүетеп,уларға ил моңон еткерә."

Икенсе алып барыусы. З.Биишева 70 йылға яҡын әҙәбиәтебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә арымай-талмай хеҙмәт итте. Туған телгә дан йырлаусы әҙибә булып йәшәне ул.

Бер уҡыусы "Туған телем" шиғырын яттан һөйләй.

"Туған телем"

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,

Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,

Эй, һөйөклө, эй,ҡәҙерле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем - тәрәнһең һин,

Айға-көнгә тиңләмәйем - гүзәлһең һин,

ҡаяларға тиңләмәйем - бөйөкһөң һин,

Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,

Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,

Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,

Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең, 9

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле - минең телем!

Өсөнсө алып барыусы. Творчество Зайнаб Биишевой жизненно правдивы, в них вся история нашего народа, они волнуют, радуют, заставляют думать о прошлом и сегодняшнем нашей страны, о ее добрых и мужественных людях, героях войны и труда. Это целый мир,где светлое всегда побеждает, всегда утверждается.

Беренсе алып барыусы. Зәйнәб апайҙың ижады нисек кенә күп яҡлы, төрлө жанрлы булмаһын, уның киң билдәле ижад ҡаҙынышы булып, әлбиттә "Яҡтыға" трилогияһы тора. "Кәмһетелгәндәр", "Оло Эйек буйында", "Емеш" романдары - Зәйнәб Биишевның бөтә ижадында туплана,нығый.

Өсөнсө алып барыусы. ,С большим жизненным и творческим опытом пришла З Биишева к созданию своей широко известной трилогии, "К свету" - романов "Униженные", "У Большого Ика", "Емеш".

Беренсе алып барыусы. Зәйнәб Биишева - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын донъяға сығарған, беренсе булып драма әҫәрҙәре яҙған киң ҡоласлы тәрән йөкмәткеле романдарҙан торған беренсе башҡорт трилогияһын ижад иткән ҙур оҫта языусы.

Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙылған йыр башҡарыла.

Йомғаҡлау өсөн һүҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына бирелә.

Шулай итеп, Зәйнәб Биишева ижады - һәр саҡ яҡтылыҡҡа, юғарылыҡҡа әйҙәүсе, кешеләрҙе илһамландырыусы,ҡанатландырыусы ижад. Талант һәм ҡаһарманлыҡ - бына ошо сифаттың шәхес бейеклеген билдәләй. Ул бер вакытта ла оло маҡсаттарына хыянат итмәне, заман хакимдарына яраҡлашманы, һүҙен кешеләрҙең күҙенә ҡарап әйтте. Яңы үрҙәргә ул ғорур артылды,ғүмере буйы батыр һәм моңло йөрәкле булып ҡалды һәм шулай ҡаласаҡ. Тормошо тарихҡа тиң яҙыусы З.Биишеваның әҫәрҙәре бөгөн дә халҡыбыҙ күңелендә.

Беренсе һәм икенсе алып барыусылар. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Киләһе осрашҡанға тиклем. Һау булығыҙ!.

Өсөнсө алып барыусы. Спасибо всем, до свидания! 10













Мәләүез механика-технология техникумының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлимғолова Резедә Сәлимйән ҡыҙының Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған көнөнә арналған кисә сценарийы "Йәшәү бәхете" темаһына башҡорт әҙәбиәтенән дәрес эшләнмәһенә

рецензия

Әлимғолова Резедә Сәлимйән ҡыҙы "Йәшәү бәхете" темаһына ярашлы төҙөлгән кисә сценарийҙың бөтә маҡсаттары программаның талаптарына яуап бирә.Маҡсаттары конкрет һәм аныҡ билдәләнгән,кисәнең тәрбиәүи мөмкинлектәре тулыһынса ҡулланылған.Кисәлә илһөйәрлек,ғорурланыу,һоҡланыу кеүек сифаттар тәрбиәләү өсөн эш алып барыла.

Кисә сценарийы методик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән.Бөтә өлөштәре лә ентекле уйланылған.Сара бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле.Әлимғолова Резедә Сәлимйән ҡыҙының "Йәшәү бәхете" кисә сценарийы эшләнмәһе урта һөнәри белем биреү колледждары һәм техникумдарында башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн тәҡдим ителә.

Рецензент: Г.С.Ибракова, урта һөнәри белем биреү

учреждениеһы Мәләүез механика-технология

техникумының методика кабинете м2дире







Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған көнөнә арналған

«Йәшәү бәхете» сценарийы.







2015 й



Ҡулланылған әзәбиәт:

1.Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы .Башҡорт энциклопедияһы- өфө:"Башҡорт энциклопедияһы"2013й.

2.Марат З1йнуллин «Һутлы телле ижад"2013й.

3.С.Ғиззәтуллина " Бөйөк Зәйнәб Биишева"2013й.









Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

УПББ ДБМУ "Мәләүез механика-технология техникумы"





Р.С.Әлимғолова

Йәшәү бәхете

методик эшләнмә







2015й

© 2010-2022