Научно-исследовательская работа. Творчество Дамира Загитова

Раздел Другое
Класс 9 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһының

Ауырғазы районы муниципаль районының

Степановка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы



Яҡташыбыҙ - шағир Дамир Заһитов ижады

(эҙләнеү эше )

Башҡарҙы Степановка

урта мәктәбенең VI класс

уҡыусыһы Күсербаева Гүзәлиә.

Етәксеһе башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Заһитова Гөлсинә Әхәт ҡыҙы.





Степановка 2015 йыл

Йөкмәткеһе

  1. Инеш өлөш……………………………………………….2

  2. Төп өлөш............................................................................3-7

1) Биографик белешмә………………………………………3

2) Шиғырҙарының темаһы…………………………………4-7

3. Йомғаҡлау………………………………………………..8

4. Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………







Инеш өлөш

Беҙҙең эҙләнеү эшебеҙҙең темаһы яҡташыбыҙ шағир Дамир Заһитов ижады тураһында. Үҙенсәлекле шиғырҙары, уның тормошо беҙҙе бик ҡыҙыҡһындыра. Күҙе күрмәһә лә матур итеп тормош көтөүе,шиғырҙар,йырҙар ижад итеүе менән һоҡландыра .Мәктәптә үткәрелгән кисәләрҙә,сараларҙа уның ижадын киң ҡулланабыҙ. Концерттар ваҡытында килеп беҙгә ярҙам итә, баянда,гармунда,ҡурайҙа уйнай.Дамир ағайҙың буш ваҡыты булмай тиһәк тә була. Ул район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла актив ҡатнаша.

Беҙҙең эҙләнеү эшебеҙҙең маҡсаттары:

  1. Шиғырҙарын уҡып сығыу , тематик йөкмәткеләрен асыу.

  2. Шиғырҙарының төп темаларын билдәләү.

  3. Д.Заһитов ижадына баһа биреү һәм үҙеңдең фекереңде әйтеү.







Шуны асыҡ күрәм: киләсәктә

Тараласаҡ сикһеҙ моңдарым,

Кешеләргә яҡты юл күрһәтеп,

Ағыласаҡ дәртле йырҙарым.

Ауырғазы ере таланттарға бай ер. Шағир-йондоҙобоҙ Рәшит Назаров, ғалимәбеҙ Фәнүзә Нәҙершина, йырсыбыҙ Иҙрис Ғәзиев, шағирәләребеҙ Әлфиә Әсәдуллина, Флүзә Мырҙабаева һәм башҡалар.

Шулар араһында Дамир Заһитов та бар. Хоҙай уға маңлай күҙе бирмәһә лә, күңел күҙе, рухилыҡ менән бүләкләгән.

Дамир Камил улы Заһитов 1968 йылдың 22 декабрендә Ауырғазы районы Игенсе ауылында тыуа. Ябай ғаилә, ябай кешеләр, ә өй эсе тулы йыр, моң. Шуға күрә лә шағир үҙе әйтеүенсә, 4 йәшендә үк ҡулына гармун алып көй сығарып ҡарай.

Ете йәшендә уны Өфөнең 28-се һуҡырҙар һәм насар күреүсе балалар өсөн махсус мәктәбенә уҡырға бирәләр. Был мәктәпте Дамир Камил улы алтын миҙалға тамамлай.

Хәҙерге көндә шағир, композитор, музыкант Ауырғазы районы Михайловка ауылында әсәһе менән йәшәй. Һәм үҙенең ижади емештәре менән беҙҙе шатландырып тора.

1984 йылда Свердловск ҡалаһында уҙған төбәк-ара мәҙәни ярышта дипломант, 1988 йылда Өфө ҡалаһында шундай уҡ бәйгелә лауреат. 1991 йылда Ҡыллы оркестр менән Калуга ҡалаһында барып өсөнсө урын яулап ҡайтҡан , ул унда альт домбраһында уйнаған.

2007 йылда Туймазыла үткән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсында дипломант исеменә лайыҡ була. Шулай итеп, Дамир ағай 22 музыка ҡоралында уйнай белә, музыка ижад итә, шиғыpҙарын рус

һәм башҡорт телдәрендә яҙа. Шул уҡ Михайловка ауылының мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып та эшләй.

Үҙенең "Шағир ене" шиғырында Дамир Заһитов былай тип яҙа:

Тыуып торһон, әйҙә, шиғырҙарым!

Изге юлдан барһын ғүмерем!

Яҙмаларым яҡты киләсәккә

Үткәндәрҙән булһын күперем!

Тәбиғәткә, тыуған еренә мөхәббәтле кеше ул - Дамир ағай. Ағастар, үләндәр үҙҙәре миңә юл күрһәтә, шуға күрә мин бер ваҡытта ла аҙашып йөрөмәйем , ти ул. Йәй көне рәхәтләнеп еләк йыя , сәскәләрҙе тотоп ҡарай.

"Өршәк яландары, ай, сәхрәлек,

Меңлеләрҙең изге төйәге.

Был урында ғорур тибә төҫлө

Сал Уралдың талмаҫ йөрәге"-

тип яҙа "Өршәк буйҡайҙары" шиғырында.

Ерем, һыуым, башҡорттарым тип янып йәшәй шағир. Шиғыр ғына түгел, йыр тыуа уның йөрәгәндә:

Мәшәҡәттәрем де ташлап,

Ҡайтам Ауырғазыға

Саҡыра тыуған төйәгем

Яңы йырҙар яҙырға.

Бөтә Башҡортостан данлай

Рәмзилде һәм Рәшитте.

Ауырғазым Фәнүзәне

Донъяға бүләк итте

Һауам да минең,һыуым да-

Йәмле Өршәк буйҙары.

Йылда Өршәк буйҙарында

Уҙа һабантуйҙары.

Яландар,урмандар менән

Бай минең Ауырғазым.

Ямғырлы,һалҡын көҙҙәрҙә

Ул-минең яҡты яҙым.

Дамир ағайҙың иң беренсе ярҙамсыһы,терәге,кәңәшсеһе,иң ҡәҙерле кешеһе-ул әсәһе,Асия инәй.Яңы ғына яҙған шиғырҙарын шағир иң беренсе әсәһенә уҡып ишеттерә.Уның кәңәштәренә,һүҙҙәренә ҡолаҡ һала.Әсәһенә бағышлап яҙған шиғырҙары ла бихисап.

Ҡалын яҫтыҡҡа һөйәлеп

Әсәйем ойоҡ бәйләй,

Тәрән уйҙар тәъҫирендә

Моңло йырҙарын көйләй.

Уның етеҙ ҡулдарында

Энәләре йүгерә.

Нисек һөйәлле бармаҡтар

Алмашынып өлгөрә?

Тиргә батҡан тәҙрәләрҙән

Көҙгө ямғырҙар аға.

Һағышлы күҙҙәр туҡтауһыҙ

Алыҫ юлдарға баға.

Әсәйем хеҙмәт емешен

Ебәрер ҡалаларға:

"Аҡ ойоҡтар аҡ бәхеттәр

Килтерһен балаларға".

"Әсәйем ойоҡ бәйләй"( 1996)

Тағы ла ҡәҙерле кешеләренең береһе - уның улы. Улының һәр тыуған көнөнә бағышлап яҙа шиғырҙарын, бишек йыры ла уға арналған. Икәү ҡурай уйнайҙар, йырҙар йырлайҙар.

Шиғыр юлдарына һыйып бөтмәҫ,

Һиңә булған яҡты теләктәр.

Тоғро дуҫтар менән һәр саҡ бай бул!

Һин тип янһын ҡайнар йөрәктәр.

"Малайыма - ун йәш" (2010)

Улының әсәһенә, ҡатынына арнап яҙған шиғырҙарында мөхәббәт, ышаныс, рәхмәт һүҙҙәрен уҡырға була.

Һин осрағас тайғаҡ юлдарымда

Үтәсәкмен тормош баҫҡысын.

Мең йоҙаҡлы ҡайнар йөрәгеңә

Таба алырмынмы асҡысын?

"Ғәлиәгә" (1998)

Һәр йыл миҙгеленә үҙенсә ғашиҡ шағир.

Аҡ күбәләк булып ергә ҡарҙар яуа.

Шундай еңел тын алырға ҡышҡы һауа!-

тип яҙа ҡыш тураһында.

Ә яҙ миҙгелен ҡаршылағанда былай ти, шағир:
Яҙ килә! Яҙ килә!
Ниндәй йәмле яҙ килә!
Шуға ла бит уйнап, йырлап,
Бейеп йөрөйһөм килә!
"Яҙ килә"(1997)
Матурлыҡты танып белеү, яҡшыны ямандан айырыу, киләсәккә юл һайлау кеүек тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған шиғырҙар ҙа ижад итә Дамир ағай. Кешенең насар ғәҙәттәрен (тәмәке тартыу, хәмер эсеү, наркотик ҡулланыу кеүек) фашлап, сәләмәт тормош алып барырға өндәй.
Әжәлгә иткән ғәҙәтте,
Зинһар, дуҫтар, ташлайыҡ!
Үҙ - үҙебеҙҙе ҡәҙерләп,
Һау тормошҡа атлайыҡ!

"Тәмәкене ташлайыҡ" (1990)
Саңғыла шыу, йөҙ һәм йүгер,
Булыр өсөн сәләмәт.
Һәр бер урман - шифахана.
Хәрәкәттә - бәрәкәт .
"Хәрәкәттә - бәрәкәт" (2010)
Игенсе, халыҡ телендә Күккәзә тип аталған. Тыуған ауылы темаһы ла күп урын ала уның шиғырҙарында. Ысынлап та, ғозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был ауыл, уның менән һоҡланмау мөмкин түгел.
Әйләнәләр етеҙ тәгәрмәстәр,
Алға елә еңел машина.
Йәнгә яҡын иркен болондарым,
Сәләм биреп, сыға ҡаршыма.
Йөрәгемә нурлы ҡояш булып,
Мәңге балҡый тыуған яҡтарым!
Яҡты хәтирәләр бүләк итеп,
Шунда ҡалды бала саҡтарым.
Шағир Дамир Заһитовтың шиғырҙарының тематикаһы бик күп яҡлы: Салауат Юлаевтың хоккей клубы өсөн махсус шиғырҙары ла бар, фәлсәфәүи шиғырҙар, йәмғиәт тормошо һәм сәйәсәт менән дә ҡыҙыҡһына ул.

Фәлсәфәүи шиғырҙан өҙөк:
Күгәрсендән сәпсек тыумай,
Йәйен тауҙан сана шыумай,
Саф шишмәнең көмөш һыуы
Ҡанға һеңгән керҙе йыумай.
Сәйәсәт уның тормошонда ҙур урын алып тора, радио, телевизорҙан төрлө тапшырыуҙар тыңлай һәм әлбиттә, һығымта яһап шиғыр юлдарына күсерә.
Тимәк, беҙ Дамир Заһитовтың оҫта шағир, композитор, музыкант икәнен билдәләп үттек. Уның ижадында төрлө жанрҙағы шиғырҙар бар: лирик миниатюралар, тәбиғәт картиналарын һүрәтләү, эпиграммалар, элегиялар, йырҙар ҙа бар.
Уның шиғырҙарын уҡыған һайын тыуған илгә, тыуған ауылға, тәбиғәткә, туғандарға булған мөхәббәт арта бара. Башкортостан, Ауыргазы тәбиғәтен дә оҫта һүрәтләй шағир .
Эшебеҙҙең аҙағында шундай һығымта яһарға була.
1) Дамир Заһитов ижадында мөһим темалар сағылыш таба (Тәбиғәт, дуҫлыҡ, мөхәббәт, сәйәсәт, йәмғиәт һ.б.)
2) Дамир Заһитовтың ижады бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, уны төрлө конкурстарға, кисәләргә, йыйындарға саҡыралар (хатта 1-се башҡорт ҡоралтайы делегаты була), йырҙарын йырлайҙар.
3) Дамир Заһитов ижади эшен дауам итә, яңы-яңы шиғырҙар, йырҙар яҙып, беҙҙе шатландыра.
Әле генә башланған әҙәбиәт йылында Дамир ағай күп кенә эштәр башҡарып та ҡуйҙы инде.
1) Районда үткәрелгән әҙәбиәт марафонында йәш яҙыусылар алдында Башҡортостан яҙыусылары: Әлфиә Әсәдуллина, Салауат Әбүзәров менән берлектә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
2) Район гәзите биттәрендә бер нисә өр-яңы шиғырҙары баҫылды.
Дамир Заһитовты үткән мәҙәниәт йылында алған ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ һәм ғорурланабыҙ. Быйылғы әҙәбиәт йылында уға яңы үрҙәр, илһам шишмәһенең ҡоромауын теләйбеҙ.
Сығышымдың аҙағын шағирҙың "Йәшәһен туған телем" шиғыры менән тамамлайым.
Һөйләшәм Башҡорт телендә
Сөнки ул - туған телем.
Мәктәптә лә гел башҡортса
Үҙемә алам белем .
Һөйләшә Башҡорт телендә
Әсәйем һәм атайым,
Өләсәйем, олатайым,
Ағайым һәм апайым.
"Башҡортостан" тип атала
Яратҡан Тыуған илем.
Юғалмаһын Башҡорт теле!
Йәшәһен туған телем!

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Заһитов Д.К. " Автобиография."

  2. Заһитов Д.К. Минең шиғырҙарым.

  3. Артылыш.Преодоление.Омтылыш. - Өфө: "Китап", 2014.











10

© 2010-2022