Сочинение на башкирском языке Родной край

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:









Республика көнөнә арналған


иншалар конкурсына





Тыуған яғым - гөлдәр иле









Эште башҡарҙы:Ҡаһарманова Алсу,

Наурыҙ урта мәктәбенең

5 - се класс уҡыусыһы

Уҡытыусыһы: Наурыҙ урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ҡаһарманова Фирүзә Рифҡәт ҡыҙы.





Бармы икән тағы ерҙә,

Шундай гүзәл урындар.

Ғорур тауҙарға теҙелгән

Һылыу бөҙрә ҡайындар.

Науырҙаҡай, Науырҙа,

Яйығымдан айырма.

Һиндә минең тамырҙар

Науырҙаҡай, Науырҙа.

М.Байғарина


Учалы районының иң матур яғын күргегеҙ килһә, беҙҙең ауылға килегеҙ. Һәр кешенең йөрәгенә яҡын, йәненә еңеллек бирә торған яратҡан урыны була. Минең өсөн ул-тыуған ауылым. Тыуған яғын, ауылын яратмаған кеше юҡтыр ул донъяла. Науырҙам янынан борғаланып-борғаланып, Ҡапсығай тауының итәген йыуып Яйыҡ йылғаһы аға, ҡаршыла ғына күкрәк киреп мөһабәт Боғасты тауы ултыра. Ауылымды еләк-емешкә бай матур тауҙар, ҡалҡыулыҡтар,оҙон буйлы аҡ ҡайындар, бөҙрә сәсле талдар, ғорур тирәктәр үҙ ҡосағына алған. Талғын ел иҫкәндә, болон-туғайҙарҙың тулҡынланыуынан күҙҙәр ҡамаша. Ниндәй генә сәскәләр юҡ бындаҒ Әйтерһең тәбиғәттә булған бар төҫтәрҙе шунда йыйғандар. Иҫ киткес гүзәллекҒ Ана шул ҡырҙар, тауҙар өҫтөнән әкрен генә иртәнге ҡояш күтәрелә. Уның сихри нурҙары бар тирә-яҡты, ауылымды йоҡонан уята. Ҡояш нурҙары баҫыуҙарҙа тирбәлеп үҫкән игендәргә көс бирә. Икмәк булһа - йырҙа булыр, ти халыҡ мәҡәле. Эшкә сынығып үҫкән, бөтә күңелен икмәк үҫтереүгә биргән ауылдаштарым алдында баш эйәбеҙ, сөнки икмәк үҫтереү еңел эш түгел икәнен аңлайым.

Минең ауылым йылдан-йыл матурая, сөнки ауылым тип янып йөрөгән ағайҙарыбыҙ, бабайҙарыбыҙ бар беҙҙең. Йыл һайын 1 май көнө «Ауыл көтә улдарын» исемле ҙур сара үтә. Рәис ағай Низаметдинов, Буранбай ағай Ямалов, Зариф ағай Ғариповтарҙың тырышлығы менән мәктәп тирәләй йүкә ағастары ултыртылды, һәйкәл, зыярат яны йыл һайын да таҙартыла. Бөтә ауыл халҡы йорт-ҡураһын ипләй, буяй, таҙарта. Ауылдың йәме булып урта мәктәп, ауыл советы, медпункт, мәҙәниәт йорто эшләп килә.

Ауылымдың киләсәге бар, сөнки унда тырыш, уңған кешеләр йәшәй.

Ауылдаштарҙың күңеле

Йыр-моң ғына, нур ғына

Сағыу таланттар тыуҙырған

Мөхәббәтле ергенәм.

Науырҙаҡай, Науырҙа,

Яйығымдан айырма.

Һиндә минең тамырҙар

Науырҙаҡай, Науырҙа.


© 2010-2022