• Преподавателю
  • Другое
  • Сценарий по башкирской народной сказке Волк и Коза (на башкирском языке) (1-4 классы)

Сценарий по башкирской народной сказке Волк и Коза (на башкирском языке) (1-4 классы)

“Башҡортостан ынйылары” Республика балалар фольклор конкурсы (“Борон – борон заманда...”  башҡорт халыҡ әкиәттәрен, риүәйәттәрен һәм легендаларын сәхнәләштереү фестиваль – конкурсы )   Башҡорт халыҡ әкиәте         “Бүре һәм кәзә”    Режиссер һәм сценарий авторы: Стәрлебаш районы Первомайский урта дөйөм белем биреү мәктәбенең I категориялы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, драма түңәрәге етәксеһе Рәжәпова Сөмбөл Фәрүәз ҡыҙы.   2007 йыл.   Хөрмәтле тамашасылар!   Стәрлебаш районы Первомайский урта дө...
Раздел Другое
Класс 4 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

"Башҡортостан ынйылары" Республика балалар фольклор конкурсы

("Борон - борон заманда..." башҡорт халыҡ әкиәттәрен, риүәйәттәрен һәм легендаларын сәхнәләштереү фестиваль - конкурсы )


Башҡорт халыҡ әкиәте "Бүре һәм кәзә"


Режиссер һәм сценарий авторы: Стәрлебаш районы Первомайский урта дөйөм белем биреү мәктәбенең I категориялы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, драма түңәрәге етәксеһе Рәжәпова Сөмбөл Фәрүәз ҡыҙы.


2007 йыл.


Хөрмәтле тамашасылар!


Стәрлебаш районы Первомайский урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һеҙгә башҡорт халыҡ әкиәте буйынса яҙылған "Бүре һәм кәзә" пьесаһын тәҡдим итә.

Маҡсатыбыҙ:

көнсығыш - славян халыҡтарында популяр булған әкиәттең башҡортса вариантын күрһәтеү.

Реквизиттар:

1 - се пәрҙә: һике, балаҫ,мендәрҙәр, юрған, бәпес - ҡурсаҡ, ситән ҡойма;

2 - се пәрҙә: ултырғыс, ағастар;

3 - сө пәрҙә: һике, балаҫ,мендәрҙәр, юрған, бәпес - ҡурсаҡ, ситән ҡойма;

4 - се пәрҙә: ултырғыс, ағастар;

5 - се пәрҙә: һике, балаҫ,мендәрҙәр, мейес, асылмалы ишек, кәрзин, биш сынаяҡ, ике биҙрә, сигелгән таҫтамал, алты түмәр.

Костюмдар буйынса режиссер ярҙамсыһы - Роза Мирхәйҙәрова.

Музыкаль биҙәлеш:

" Бишек йыры" Т. Миңнуллин һүҙҙәре, Р. Сәхәүетдинова музыкаһы, " Бәрәстәр йыры" Г. Ишҡыуатованың " Бәләкәй генә артист" йыры көйөнә А. Йосопов ( 5 - се синыф) һүҙҙәре; ҡоштар, малдар тауышы, бүре олоуы,бәпес көлөүе фонояҙмалары.

Ролдәрҙе башҡарҙылар:

Әбей, әкиәтсе - Гөлнәзирә Әһлиуллина ( 3 синыф);

Бабай , әкиәтсе- Айнур Йосопов ( 5 синыф);

Кәзә - Роза Мирхәйҙәрова ( 8 синыф);

Бүре - Айнур Ҡасимов ( 6 синыф);

Бәрәстәр: Ҙур бәрәс - Ҡәҙриә Бәхтейәрова,

Бәләкәс - Рита Мирхәйҙәрова,

Бөҙрәкәй - Әлфиә Мөхәмәтйәрова,

Шаян - Радик Ҡадиров,

Һөҙгәк - Айҙар Ғәлин,

Эт - Айнур Ситдиҡов.


1 - се пәрҙә

Төн. Бәпес илай. Әбей бәпесте ҡулына ала.

Әбей: Ә - ә - ә итә, бәпес йоҡоға китә. Әлли бәлли бәү итә.

(Йырлай)

Әлли - бәлли, бәллием,

Йоҡла, балам, йом күҙең.

Тәмләп йоҡла, бәпәйем,

Һаҡта тора әсәйең.

Әлли - бәлли, әлли - бәү

Әлли - бәлли, әлли - бәү.

Урталарына һала, йоҡлап китәләр.

2 - се пәрҙә


Ут бүрегә күсә. Ул түмәрҙә ултыра.

Бүре. У - у - у! Төн буйы олоп сыҡтым. Нисә көн ашаған юҡ. Эх, йәш сағым булһа, былай асығып оломаҫ инем... Көтөүе менән быуып сыға инем.

Былай олоп ҡына эш сыҡмаҫ. Ауылға юл тотайым. Иң ситтәге өйҙә биш кәзә һәм тәмле ат ите менән һыйланып ҡайтайым.(Сығып китә)

Әкиәтсе. " Әбей менән бабай

Ғыр - ғыр йоҡлай.

Яндарында бер бәпес

Һикереп төшөп уйнай.

Арандағы биш кәзә

Мырт - мырт көйшәй.

Һарайҙағы сыбар тай

Сыр - сыр кешнәй.

Соландағы ялбыр көсөк

Ләүек - ләүек өрә.

Биш кәзәнең береһен

Ашарға ине миңә" - тип йырлай - йырлай бүре ауылға яҡынлашҡан.

Бүре керә. Әкрен генә кәртәгә инә башлай. Мал - тыуар уяна. Тауыш башлана.

Әбей . Әстәғәфирулла, нимә булды? ( Баланы күтәрә)

Бабай. Бүре керҙе, ҡороғоро! Үләт ҡырғыры! ( Таяҡ менән бүрене ҡыуып сығара).

3 -сө пәрҙә


Шаршау.Артта кәзә өйөн эшләйҙәр. Алғы планда түмәрендә бүре ултыра.

Бүре. Тамаҡты ялғайым тип башһыҙ ҡала яҙҙым..нишләйем икән, у -у -у ! Ҡан эсеп һыйланыу түгел, итен дә ашап булманы. Бабай ҙа таяҡ тәмләтте. Ҡуян кеүек үлән ашап ҡынайәшәйем микән? (Ашап ҡарай, төкөрә). Тфү! Был үлән менән әйҙә ҡуян менән кәзә туҡланһын. Миңә үлән ашаусының ите лә бата. Туҡта, кәзә тигәндән, тау башында биш балалы кәзә йәшәй ҙә инде, тик элек - электән уның ишеген асып булмай ине.

4 - се пәрҙә


Кәзә уртала таҫтамал сигеп ултыра. Кәзә бәрәстәре йырлай - йырлай бейейҙәр.

Эй бейейем тыпырҙатып,

Иҙәндәре бөгөлә.

Һуғышмағыҙ, һөҙөшмәгеҙ,

Минең бейейһем килә.

Тауҙа беҙҙең өйөбөҙ,

Бигерәк матур көйөбөҙ.

Бейейбеҙ ҙә йырлайбыҙ,

Тик тороп сыҙамайбыҙ.

Һөҙөп ебәрәйемме лә,

Башымда мөгөҙ булғас,

Әйтәйемме, кем булырмын?

Кәзә булам ҙур булғас.

Кәзә булып тыуғанғамы

Бөҙрә йөнлө туныбыҙ.

Һөҙөшөргә яратһаҡ та,

Яҡшылыҡта уйыбыҙ.

Кәзә йыр аҙағында тороп эшен ҡуя ла, кәрзинен ала ( эсендә балаларына һөткә 5 һауыт).

Кәзә. Балаҡайҙарым, шаянҡайҙарым! Мин һөт, бал йыйырға тау итәгенә төшәм. Һеҙ ишекте элеп матур ғына ултырығыҙ. Берәүгә лә ишекте асмағыҙ!

Шаян. Ярай, әсәй, бер кемгә лә асмаҫбыҙ.

Һөҙгәк. Тиҙерәк ҡайт әсәй, һинһеҙ беҙгә бик ҡыйын.

Ҙур бәрәс. Әйҙәгеҙ, туғандарым, уйнап алайыҡ: ваҡыт та үтер, күңелле булыр.

Бәләкәс. Йомаҡ ҡойошайыҡ.

Ҙур бәрәс. Юҡ, әбәк - көбәк уйнайыҡ.

Бәләкәс. Әйҙәгеҙ, мин һорайым, һеҙ яуап бирегеҙ.

  • Ҡуян, ҡайҙа бараһың?

  • Әбейҙәргә барамын.

  • Унда ниңә бараһың?

  • Ҡаҙ ботона барамын.

  • Уны ҡайһа ҡуяһың?

  • Ҡулъяулыҡҡа төрәмен.

  • Бысранһа, нишләрһең?

  • Ағиҙелдә йыуырмын.

  • Ағып китһә нишләрһең?

  • Һыуға кереп алырмын.

  • Тота алмаһаң, ни эшләрһең?

  • Үкереп илап ҡалырмын.

Бөҙрәкәй. Мин дә һорайым:

  • Бында май бар ине, ул ҡайҙа?

  • Сысҡан ашаған.

  • Сысҡан ҡайҙа?

  • Бесәй ашаған.

  • Бесәй ҡайҙа?

  • Һалам аҫтында.

  • Һалам ҡайҙа?

  • Үгеҙ ашаған.

  • Үгеҙ ҡайҙа?

  • Тирмән аҫтында.

  • Тирмән ҡайҙа?

  • Утҡа янған.

  • Ут ҡайҙа?

  • Көл булған.

  • Көл ҡайҙа?

  • Күккә осҡан.

Бүре ( ҡалын тауыш менән). Ишекте асығыҙ, һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты!

Бәрәстәр. Беҙҙең әсәйебеҙ улай йырламай.

Ҙур бәрәс. Хәҙер мин бер нәмә һөйләйем, һеҙ һәр һүҙгә "мин дә" тип әйтеп барығыҙ.

Бәрәстәр. Ярай.

Ҙур бәрәс:

- Барҙым урманға. ( Мин дә)

  • Йыйҙым сәтләүек.

  • Һалдым улаҡҡа.

  • Сусҡалар ашап ҡалды.

Бүре ( нәҙек тауыш менән). Ишекте асығыҙ, һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты!

Бәрәстәр. Беҙҙең әсәйебеҙ улай йырламай.

Бүре тағы китә.

Бәләкәс. Уйнап та, бейеп тә алдыҡ. Әсәйҙе һағындым!

Шаян. Илама, Бөҙрәкәй! Мин һиңә әкиәт һөйләйем.

Борон - борон заманда булған ти бер бай. Булған ти уның ике өйө. Береһе ағастан, икенсеһе таштан. Һөйләйемме баштан?

Бәләкәс. Һөйлә. ( Көләләр)

Бүре тағы килә, туҡылдай.

Бүре. Мә - мә! Асығыҙ ишекте, мин ҡайттым!

Бәрәстәр. Беҙҙең әсәйебеҙ улай йырламай.

Бүре. Миңә кәзәнең ҡайтып ишек ҡаҡҡанын ғына күҙәтәһе ҡалды. Ана, кәзә үҙе лә ҡайтып килә. ( Бүре йәшенә)

Кәзә (йырлай)

Балтырғандан бал йыйҙым,

Һөтлөгәндән һөт йыйҙым,

Тауҙан - тауға йөрөнөм мин,

Еләк - емеш тирҙем мин,

Һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты,

Тәмле һөт алып ҡайтты.

Асығыҙ, балаҡайҙарым!

Өйгә керә. Балаларына һөт тарата. Сығып китә.

Ҙур бәрәс. Әйҙәгеҙ, ҡасышлы уйнайыҡ!

Бәрәстәр. Әйҙә. ( Уйнайҙар)

Кәзә йырын йырлап, бүре килеп сыға. Ҙур бәрәс ишекте аса. Бүре бәрәстәрҙе ашап сығып китә, бәләкәйе ҡасып ҡала. Йырлап кәзә ҡайта. Өйгә керә.

Кәзә. Балаҡайҙарым, ҡайҙа ҡасып бөттөгөҙ? Йәшенмәгеҙ инде! Бәрәскәйҙәрем! ( Илап ултыра)

Бәләкәс. ( Мейес артынан килеп сыға) Әсәй, беҙгә бүре килде. Апайҙарымды - ағайҙарымды ашап китте.

Кәзә. Бүре? Ах, дөмөккөрө! Нишләп мине тыңламанығыҙ, ишекте астығыҙ?

Бәләкәс. Ул һин булып йырланы, әсәй! Мин ҡурҡам! Йәшер мине, әсәкәйем!

Кәзә. Балам, иламайыҡ. Беҙгә һинең апайҙарың - ағайҙарың өсөн үс алырға кәрәк.

Балам! Беҙ ишек алдындағы баҙға һыу тултырайыҡ. Өҫтөн ҡаплайыҡ. Ул һине янға тағы ла килер.Һин ишекте асырһың да ситкә һикерерһең .Ул һыуға төшөп батып үлер.

Бәрәс.Юҡ, әсәй,ул мине ашар.Мин ҡурҡам.

Апай - ағайҙарыңды ашаған бүрене хөкөмһөҙ ҡалдырайыҡмы ни?

Бәрәс. Ярай, әсәй.

Кәзә ике биҙрә менән һыу ташый.Бәрәс ишек алдындағы балаҫты асып яба.Кәзә тағы китә.Кәзә көйөнә бүре тағы килә. Бәләкәс ишекте асып ситкә һикерә. Бүре бата башлай. Кәзә өйгә керә.

Бүре. Ай, батам, һыу мине билемә етте. Кәзәм, тояғыңды һуҙ! Һис ҡасан теймәм. Өйө дө әйләнеп үтәсәкмен. Батам. Һыу муйынымдан булды!Балаңа ла, үҙеңә лә хатта нәҫел - нәсәбеңә теймәм! Ҡотҡар, кәзәкәйем!

Кәзә. Ә һин балаларымды ашағанда уларҙы йәлләнеңме һуң, уҫал бүре? Мине ҡан илатҡанда рәхәт инеме? Ә хәҙер үл, бат!

Әкиәтсе. Шулай итеп, кәзәгә ялбара - ялбара бүре батып үлгән, ти. Ә кәзә һәм уның бәрәсе үҙҙәренең өйҙәрендә һаман да бәхетле йәшәп яталар, ти.

Б ө т т ө .


© 2010-2022