Изчучение творчества Мустая Карима

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Шүлгән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы


Конкурс эше:


«М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының үҙенсәлеге, азатлыҡ идеяһының сағылышы"




Төҙөүсеһе:

Тәтешле районы

Шүлгән дөйөм белем

биреү мәктәбе укытыусыһы

Усманова Гөлфирә Марат ҡыҙы



Тема: Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының

үҙенсәлеге, азатлыҡ идеяһының сағылышы.

Маҡсат. М.Кәрим ижады аша Тыуған илгә, халыҡҡа ҡарата һөйөү

тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙың художестволы һәм образлы

фекерләүҙәрен үҫтереү; идея- художество берлегендә әҫәргә

дөйөм анализ яһау.

Йыһазландырыу: М.Кәрим портреты, таблица- схема, видеояҙманан

«Ай тотолған төндә» өҙөк;яҙыусының

сәхнә әҫәрҙәренән китап күргәҙмәһе, цитаталар,

«Ай тотолған төндә» әҫәре.

Цитаталар.

Мин ҙур шатлыҡ менән һәм бер ниндәй шик булмайынса шуны әйтергә теләйем: совет пьесаларының иң яҡшыларынан береһе башҡорт - крәҫтиән улы Мостай Кәрим тарафынан яҙылды.

Ҡайсын Кулиев

Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар.

Рауил Бикбаев

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

Дәрестең темаһы, маҡсаты менән таныштырыу.

  1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады- башкорт әҙәбиәтенең XX быуаттың иң сағыу һәм милли художество ҡаҙаныштары кимәлен күрһәтеүсе юғары һүҙ сәнғәте ул. Мостай Кәрим -иҫ китмәле күп һәм төрлө-төрлө жанрҙа ла берҙәй уңыш менән эшләгән яҙыусыларҙың береһе . Ә "Оҙон-оҙон балаҫаҡ", «Ауыл адвокаттары», «Ярлыҡау», «Беҙҙең өйҙең йәме», "Өс таған"әҫәре аша талантлы прозаик итеп күҙаллайбыҙ. Драматургия- М. Кәрим ижадының иң баҙыҡ тармағы. Быуатыбыҙҙың икенсе яртыһындағы башҡорт драматургияһының үҙәгендә уның пьсалары торҙо, ул хатта милли сәхнә сәнғәтебеҙҙә «Мостай Кәрим театры»тигән үҙенсәлекле тамашаны барлыҡҡа килтерҙе.

Драматургияға ул 1947 йылда «Туй дауам итә» тигән драма әҫәре менән күтәрелә һәм артабан бер-бер артлы сәхнә әҫәрҙәре ижад итә. Бөтәһе улар-11.

Беҙ уны «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», "Кайын япрағы", "Россиянмын"; «Үлмәҫбай», «Декабрь йыры», "Ҡара һыуҙар" "Европа Азия циклы" һәм башҡа шиғри әҫәрҙәре аша лирик-шағир итеп беләбеҙ.


  1. 1 уҡыусы «М. Кәрим драматургияһы» тигән темаға сығыш яһай.

  2. Уҡытыусы уның драма әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһе менән таныштыра,икенсенән, интерактив таҡтала был исемлек барлыҡҡа килә.

М. Кәримдең сәхнә әҫәрҙәре:

1) " Туй дауам итә" пьесаһы 1947

2) " Киске табын" пьесаһы 1947

3) Яңғыҙ ҡайын. 1950

4) Ҡыҙ урлау. 1958

5) Йәйәүле Мәхмүт. 1980

6) Йырланмаған йыр 1956-1961

7) Диктаторға ат бирегез! 1980

8) Айгөл иле. 1960

9) Ай тотолған төндә. 1963

10) Салауат.

11) Ташлама утты, Прометей!

V. Драматургия жанры тураһында мәғлүмәт.

Драматургия

Драма

Комедия

Трагедия

Тормошсан конфликтка, ваҡиғаларҙы геройҙарҙың эш һәм хәрәкәттәре аша асыуға ҡоролған диалог һәм монолог формаһында яҙылған сәхнә әҫәре.

Драма төрөнөң бер жанры ; тормоштағы йәки көнкүрештәге тиҫкәре күренештәрҙән көлөп, кеше характерындағы көлкөлө һәм кире яҡтарын күрһәтеүсе сәхнә әҫәре.

Драманың бер жанр төрө, сюжет нигеҙе ҡапма-каршы көстәрҙең килешеүе мөмкин булмаған көслө конфликтҡа ҡоролған һәм ыңғай идеалдар алып килеүсе трагик геройҙың ғәҙәттә тигеҙһеҙ көрәштә һәләк булыуы менән тәмамлана торған сәхнә әҫәре.

VI. Һүҙлек менән эш. Дәфтәргә яҙыу.

( Һүҙлектән триптих тигән һүҙҙең мәғәнәһен уҡыу)

Триптих- 3 әҫәрҙән торған, уртаҡ идея менән берләштерелгән әҙәби әҫәрҙәр.

VII. 60-сы йылдар башында М. Кәрим трагедия жанрына мөрәжәгәт итә.

Уҡытыусы һүҙе. Шулай итеп, башҡорт драматургияһында яҙыусы тәүгеләрҙән булып берҙәй идеяны берләштергән әҫәрҙәрен яҙа. Бының менән ул триптих тигән нимәгә нигеҙ һала. «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей !» тигән өс трагедия яҙып триптих барлыҡҡа килтерә. Трагедия борон-борондан драматургияның иң ауыр жанры булып иҫәпләнә. Ул жанр тормоштоң ҡатмарлыраҡ хәл-ваҡиғаларын үткер конфликттар, төрлө характерҙар аша драмалы һәм фажиғәле яҡтары менән асырға киңерәк мөмкинлектәр бирә.

М. Кәримдең әҫәрҙәрендә лә (өс трагедияла) үтәнән-үтә, пьесанан пьесаға азатлыҡ идеяһы үҫә бара. «Ай тотолған төндә»- шәхестең азатлығы идеяһы үҙәктә торһа, «Салауат»та- социаль-милли азатлыҡ, «Ташлама утты, Прометей» ҙа дөйөм кешелек азатлығы идеяһы үҙәкләшә.

VIII. Төркөмдәр менән эш.

а) 1төркөм. М. Кәримдең «Салауат» трагедияһы тураһында һөйләй.

М. Кәрим драматургияла Салауат образына ла мөрәжәғәт итә.Салауат Юлаев ни тиклем легендар тарихи шәхес булмаһын, ул, әлбиттә, ниндәйҙер бер илаһи зат түгел. Уны яуҙа батыр, дауҙа сәсән итеп һүрәтләү генә аҙ,ул шәхес, еңеүҙәр шатлығын, еңелеүҙәр әсеһен татыған, тән һәм йән яраларын кисергән, ғүмерлек һөргөн, каторга яфаларын уҙған, халҡы, тарих ҡаршыһында выждан ғаҙаптарын кискән ғажиз кеше булараҡ асыла.Салауатты беҙ ярһыу йөрәкле батыр һәм йыраусы итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Был традицион образға ҡапма- ҡаршы рәүештә уның тарихи миссияһын һүрәтләүҙә әҙер өлгө буйынса түгел, полководец, шағир, дәүләт эшмәкәре сифатында ҡылған эштәренә һәм ҡылыҡтарына баһа биреү юлын һайлай автор.

Трагедия Салауат биографияһының икенсе өлөшөнән- яуҙар тар-мар ителгәс, батырҙың тотҡон хәлендәге фажиғәле ғүмерен һүрәтләүҙән башлана. Тотҡонлоҡта Салауатты зиндандар түгел, шиктәр тотҡон итә. Башында төрлө уйҙар, шик- шөбһәләр ҡайнай. Яу сабып, халҡын ғаҙап эсенә һалып, дөрөҫ эшләнеме? Хаҡмы, әллә нахаҡмы булды юлдары? Еңелеүҙең сәбәбе ниҙә? Кем мин? Беҙ кем?

Язалаусы баш бирмәҫ тотҡонона тән язаһы менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, хөр рухын һүндерер язаның хәтәрерәген, ғүмер баҡый өҙлөкһөҙ иҙә торғанын таба: иленән, еренән, халҡынан, ғаиләһенән тамам айырып, алыҫ сит-ят ерҙәргә ғүмерлек һөргөн, каторганың иң ҡатыһы.

«Салауат» трагедияһы бер герой тураһында ғына түгел, уның менән йәнәш яҡын яу-ярандары, һөргөндәштәре Юлай, Ҡәнҙәфәр, Уҡап, Байнаҙар һәм Крәҫтиәндәр һуғышы башлығы Емельян Пугачев образы мөһәбәт һынлана. "Салауат"трагедияһының жанр формаһы һәм сюжет-композицион ҡоролошо бик үҙенсәлекле. Автор үҙе бының хосусиәтен «Өн аралаш ете төш», тип билдәләгән. Пьеса ете күренештән ғибрәт : «Өн», «Өн аралаш төш», «Хәтерләү», «Хәтерләүҙең дауамы», «Өн», «Төш» һәм «Һуңғы өн».

Шағир монолоғы менән башланған пролог пьеса аҙағында шағирҙың һүҙе менән тамамлана. Әҫәр шиғыр формаһы менән яҙылған. Автор бында драматург- шағир булып сығыш яһай.

2 төркөм . «Ташлама утты , Прометей !»трагедияһының идея-тематик йөкмәткеһе.

Был трагедия триптихтың аҙаҡҡы әҫәре.

Өс трагедияла үтәнән-үтә бер идея үтә- азатлыҡ идеяһы. "Минең Прометей образына мөрәжәғәт итеүемдең төп сәбәбе-кешеләр яҙмышы, фән, культура, кешелек белеме, прогресс хаҡында уйланыуҙарымдан килеп тыуҙы",- ти автор.

Прометей хаҡындағы мифтың үҙәгендә тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ, сая фиҙәҡәрлек идеяһы ята.Әҫәрҙең яңылыгы шунда: ул- Прометей илткән илаһи утты кешеләрҙең нисек ҡабул итеү-итмәү мәсьәләһе.

Был әҫәр үҙәгендә Прометей образы, уның исемендәге миф торһа ла, бүтән заттар ҙа ҡатнаша: Зевс, Гера, Афродита, Гефест, Гермес, Фемида, Эрида, Дионис, Мусагет, Хариталар.

Әҫәрҙә залимлыҡ Баш Алла Зевс һынында һынлана, уның терәктәре булып Көс һәм Власть йыйылма образдарында алға бара.

Прометей - илаһи бер ҡаһарман. Ул,гүйә,батырлыҡ һәм ғазап өсөн генә яратылған. Алмалар затынан Ғәҙелдәрҙән ғәҙел алла Прометей- героик характер. Ундай характер үҙ идеяһы өсөн үҙен фиҙа ҡылыуғаса, ҡорбан итеүгәсә ҡыйыу бара. Трагедияла төп образдар менән йәнәшә ут образы ла бирелгән. Кеше өсөн ут- кот ул, балҡыш ул. Шуға ла бит Прометей ҡулында күк утын тотып: «Ут килтерҙем ергә , ҡот килтерҙем... »,-ти.

Ә кеше ошондай утты ҡабул итергә әҙерме һуң? Ерҙәге әҙәм балалары әле үтә наҙан, томана бит. Ут өсөн Прометейҙы ҡаяға сынйырлап ҡуялар, меңләгән йылдар ғаҙап сигеү өсөн. Шуларҙы белә тороп та, хәтәр юлға сыға Прометей, күк утын урлап, ергә оса, кешеләрҙе утлы итә, ә ут- ул яҡтылыҡ, яңы тормош, прогресс.

III. Өсөнсө төркөм «Ай тотолған төндә трагедияһының үҙенсәлеге»н аса.

IX. Трагедиянан өҙөк ҡарау .(5 минут)

X. Йөкмәтке буйынса эш.

Һорауҙарға яуаптар.

  1. Ни өсөн «Ай тотолған төндә» әҫәре трагедия жанрына инә.

  2. Икенсе төрле финал эшләп булыр инеме ?

  3. Трагедияның төп темаһы?

  4. Трагедияның идеяһы нимәлә?

  5. Әҫәрҙән сюжет элементтарын табыу.

XI.Трагедия нимәгә нигеҙләнеп яҙылғанын асыҡлау.

«Ай тотолған төндә» трагедияһы башҡорт легендаларына нигеҙләнгән әммә ләкин ул, әйтәйек, «Таштуғай», «Байрамбикә», «Ҡарайғыр» һәм башҡа трагик яҙмышлы легендалар сюжетына күпмелер охшашлығы йәки «Урал батыр», "Куҙыйкүрпәс менән Маянһылыу", «Таһир менән Зөһрә» эпостары ситуациаҙына һәм поэтикаһына яҡынлығы булыуға ҡарамаҫтан, классик трагедия канундарына королған ижад.



XII. Образдарға характеристика.

Аҡйегет

Зөбәржәт

Тәнкәбикә

Дәрүиш

Диуана

Исеме үк уның аҡ күңелен, хаҡ юлын, паҡ рухын атап тора; үҙенең һөйгәне, мөхәббәте хаҡына ул дау күтәрә, рухи ҡоллоҡҡа ҡаршы, ирек азатлыҡ яҡлы, ҡаһарман затынан булған героик һәм трагик шәхес.

Сибәр, дала ҡыҙы, нәҡ ирек өсөн, мөхәббәт өсөн яратылған ,азатлыҡҡа ынтылыусы,ырыу ҡанундарынан юғары,уға баш эймәй, мөхәббәте һәм рухи иректәре хаҡына үлемгә барған ғорур ҡыҙ, ғорур шәхес.

Ырыу һәм ғаилә башлығы. Ире иҫән саҡта байбисә, хәҙер иһә бейбисә. Ырыу ҡанундарын тотоусы, абруйлы, ҡаты ҡуллы бейбисә. Ул әсә кеше лә, йола ҡоло ла. Тәнкәбикә- ғонаһлы бәндә,йәшерен мөхәббәткә юлығып, бер диуана ул таба. Ошо улы- уның оло ғонаһы. Ул үҙе лә трагик образ,йоланы боҙа алмай, ырыу ҡанундарына ҡаршы бара алмай.

Пәйғамбәр илсеһе, был фани донъяларҙа бәндәләргә иман таратып йөрөүсе дин әһеле. Йәнәһе, бер изге йән. Иман таратып, алла илсеһе булыр урында, ул иблис образына инә. Төрлө яманлыҡтар ҡылыусы, намыҫһыҙ бәндә.

Үҙе бала, һаҡаллы сабый хөкөмөндә. Тура һүҙле, һүҙен сабый бала кеүек ярып әйтә, уның ауыҙынан рыяһыҙ хәҡиҡәт һүҙе яңғырай. Диуана- даһилыҡ менән аҡылһыҙлыҡ сигендәге бәндә. Хатта исеме юҡ .


XIII. Уҡытыусы. Трагедияның тел- стиль үҙенсәлеге.

«Ай тотолған төндә» трагедияһы поэтик стилгә көйләнгән. Трагедия стиле- юғары стиль. Антик трагедиялар, Шекспир, Шиллер, Пушкин, Лермонтов трагедиялары поэтик стилдә шиғыр менән яҙылған.

Был яҙыусылар эшен дауам итеүселәр рәтендә Мостай Кәрим дә бар. "Ай тотлған төндә"нең нигеҙендә сәсмә телмәр- проза формаһы. Ул йыш ҡына теҙмә телмәр- шиғыр өлөштәре менән аралаша. Драматург- шағир драматик һәм поэтик стилде шулай йәтеш үреп ебәрә. Мәҫәлән ике ғашиҡ Аҡйегет менән Зөбәржәттең һөйләшеүҙәре шау шиғриәтле телмәр. Аҡйегеттең шиғри һүҙҙәре сәсәнлек һәләтенән килә, улар йыш ҡына ҡобайыр, әйтеш формаһын ала. Шулай итеп, поэтик стиль, шиғриәт трагедияһының мөһим художество компонентын тәшкил итә.

Персонаждарҙың характерына, рухи көсөнә уй- хистәр ташҡыны, тел, телмәр үткерлеге берәбәр булырға тейеш- трагедия жанрының бар талабы шул. Шуға ла төп персонаждарҙың телмәре юғары рух, афоризмдар, уй- кисерештәр үтемлелеге менән һуғарылыуға мөһим шарт.

Тимәк, был трагедияла персонаждар теленең, телмәр үҙенсәлектәренең афоризм, мәҡәл һәм әйтемдәр, тапҡыр фразалар менән һуғарылышы жанр тәбиғәтенән үк килә.

XIV. Тәьҫораттар менән бүлешеү.

Бүген дәрестә нимә тураһында һөйләштек? Үҙегеҙ өсөн һөйләгәндәрҙән сығып нимә алдығыҙ? Ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? Нимәләр күҙ алдығыҙға килде?(Уҡыусылар фекерен тыңлау).

XV. Йомғаҡлау.

Шулай итеп "Ай тотолған төндә" трагедияһы М. Кәримдең бөтә илебеҙ театрҙарында иң күп куйылған һәм йөҙәр меңләгән тамашасыларҙың иғтибарын яулаған сәхнә әҫәренә әйләнде. Был трагедияны илебеҙҙең күренекле бер генә театрыла үҙ сәхнәһендә ҡуймай ҡалманы буғай инде.

Уның уңышының нигеҙе- кешелекте ҡыҙыҡһындырған һәм ғүмер баҡый уйландырған рухи азатлыҡ идеяһының милли ерлектә үҙенә бер колорит һәм драматургик оҫталыҡ менән һүрәтләнеүендә ине. Был пьеса тураһында Ҡайсын Кулиев шулай язғайне:

"Мин ҙур шатлыҡ менән һәм бер ниндәй шик булмайынса шуны әйтергә теләйем: совет пьесаларының иң яҡшыларынан береһе башҡорт- крәҫтиән улы Мостай Кәрим тарафынан яҙылды. "

Эйе, драматургтың был әҫәре генә түгел, башҡа пьесалары ла Башҡортостандың сәхнә күрке булып тора.Тамашасыларҙың иң яратып ҡараған сәхнә әҫәрҙәре лә нәҡ М.Кәримдеке, сөнки улар халыҡсан рухта яҙылған.

XVI.Өйгә эш: трагедияның дөйөм йөкмәткеһенә ҡарата «Мәҡәлдәр» китабынан тап булырҙай мәҡәлдәр яҙып килергә.

XVII.Уҡыусылар эшен баһалау.




М. Кәримдең сәхнә әҫәрҙәре:

1) " Туй дауам итә" пьесаһы 1947

2) " Киске табын" пьесаһы 1947

3) Яңғыҙ ҡайын. 1950

4) Ҡыҙ урлау. 1958

5) Йәйәүле Мәхмүт. 1980

6) Йырланмаған йыр 1956-1961

7) Диктаторға ат бирегез! 1980

8) Айгөл иле. 1960

9) Ай тотолған төндә. 1963

10) Салауат.

11) Ташлама утты, Прометей!









© 2010-2022