Научно-практическая работа Ауылдарҙа - халҡыбыҙ тарихы

Раздел Другое
Класс 10 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Научно-практическая работа Ауылдарҙа - халҡыбыҙ тарихыБАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ

МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

4-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ



ТИКШЕРЕНЕҮ ЭШЕ:

Ауылдарҙа - халҡыбыҙ тарихы



Башҡарҙы:10б класы уҡыусыһы

Солтангәрәев Надир

Етәксеһе:башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хәбирова Венера Рафиҡ ҡыҙы


Мәләүез - 2014

План

1.Инеш.

2.Төп өлөш.

а)Мәләүез районы һәм ҡалаһы тураһындағы тарихи - мәғлүмәти материалдарға байҡау;

б)башҡорт ауылдарына бәйле тарихи мәғлүмәт менән таныштырыу;

в) ҡатнаш халыҡ йәшәгән ауылдар менән сағыштырыу;

г)Томансы ауылы атамаһының килеп сығышы;

ғ) ике йәки бер нисә исемле ауылдар;

д) районда йәшәгән тамъян, юрматы, ҡыпсаҡ ырыуҙары башҡорттарының ғөрөф - ғәҙәттәрендә, холоҡ - ҡылыҡтарында оҡшаш сифаттар һәм айырымлыҡтар;

ҙ)башҡорт халҡының көнитмеше, боронғо һәм бөгөнгө шөғөл - кәсебе, ауылды борсоған проблемалар;

е) тиҫтерҙәрем араһында башҡорт ауылдарының киләсәгенә ҡағылышлы анкета үткәреү.

3.Йомғаҡлау.

4.Ҡулланылған әҙәбиәт.







Тикшеренеү эшенең темаһы: " Ауылдарҙа - халҡыбыҙ тарихы"

Эштең тикшереү объекты. тамъян, юрматы, ҡыпсаҡ ырыуҙарын үҙ эсенә алған Мәләүез районының башҡорт ауылдары.

Тикшеренеү маҡсаты:

-йәш быуынды башҡорт халҡының тарихына, милләтебеҙ үткәненә, данына, яҡташтарыбыҙ уңышына ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;

-Мәләүез районында урынлашҡан башҡорт ауылдарының килеп сығышын, топонимияларын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Тикшеренеү эшендә түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

-тиҫтерҙәремдең тыуған төйәге тарихына, тарихи атамаларҙың килеп сығышына булған ҡарашын билдәләү;

-төбәктең алдынғы эшсәндәре, хөрмәтле ғаиләләре өлгөһөн таратыу;

-бөгөнгө башҡорт ауылдарының көнитмешен өйрәнеү.

Фәнни-тикшеренеү эшенең проекты өҫтөндә эш этаптары:

а)Тикшеренеү эшенең темаһын, маҡсатын, бурысын билдәләү.

б)Эш йүнәлешен һайлау.

в)Эш планын төҙөү.

г)Мәғлүмәт йыйыу (кәрәкле әҙәбиәт уҡыу, төрлө сығанаҡтар менән танышыу, әңгәмәләшеү, һорауҙарға яуап алыу).

д)Материалдарҙы системалаштырыу. Беренсе һөҙөмтәләрҙе тикшереү.

е)Тикшереү эшен презентациялау һәм яҡлау.

Эштең структураһы. Тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.







Инеш.

Башҡортостаныбыҙҙа тыуған яҡты өйрәнеү эшендә һуңғы йылдарҙа оло бер һынылыш билдәләнде - байтаҡ тарихсыларыбыҙ, журналистарыбыҙ үҙҙәренең төбәк, ырыу, ауыл тарихтарын, нәҫел-нәсәп шәжәрәләрен, тыуған яҡ топонимияһын өйрәнеү эшенә ең һыҙғанып тотондо.

Был бик яҡшы күренеш, тип уйлайым, сөнки был хеҙмәттәрҙә үҙеңдең төбәгеңә генә хас тормош-көнкүреш, шөғөл, кәсеп, хужалыҡ итеү ысулдары, тарихи, археологик, этнографик материалдар, шәжәрәләр, тыуған яҡ топонимияһы, ауылдың данлыҡлы кешеләре, хөрмәт ҡаҙанған ғаиләләре, хеҙмәт династиялары тураһында рухыбыҙҙы күтәрерлек, тарихи аңыбыҙҙы байытырлыҡ мәғлүмәт туплана. Бындай эштәр тарихи йылъяҙмаға торош итә. Башҡорт ауылдары тарихы ла, бөгөнгө көнитмешебеҙ ҙә бай һәм үҙенсәлекле.

Тыуған ер, уның тәбиғәте, халҡы, тыуған йорт - кешенең тыуғандан алып һуңғы көнөнә тиклем аң-зиһене, күңеле донъяһында тыуған төрлө уй-тойғолар менән оҙатыла килгән изге күренештәр. Ата - бабаларыбыҙ нисәмә быуат буйы, ҡан ҡойоп, ғүмерҙәрен биреп, илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап ҡалған икән, хәҙер иһә яҙмышыбыҙ, киләсәгебеҙ - беҙҙең ҡулда. Ә инде тарихыбыҙға килгәндә,уны өйрәнәйек, киләһе быуындарға тапшырайыҡ.




Төп өлөш

Филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр үҙенең "Һәр ауыл - үҙе бер донъя" исемле мәҡәләһендә шулай ти: "Тыуған төйәк, ауылдар тарихын өйрәнеү эшенә иғтибар бермә-бер артты. Һәр районда тиерлек ғәйәт күләмле, бай мәғлүмәтле, ғилми йәһәттән ентекле эшләнгән, полиграфик башҡарылыуы менән иһә иң яҡшы заманса баҫмалар рәтендә торорлоҡ хеҙмәттәр бар. Бик күп район-ҡалалар үҙҙәренең шундай универсаль йөкмәткеле китаптарын баҫтырып сығарҙы".

Мин йәшәгән Мәләүез ҡалаһы һәм районы тураһында ла бер нисә тарихи-мәғлүмәти йыйынтыҡ бар. Мәҫәлән, күренекле яҡташыбыҙ, Дәүләтҡол ауылы егете, яҙыусы Зәйни Рафиҡов төҙөгән "Мәләүез ере: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге" тип аталған китапта район-ҡаланың иң билдәле, алдынғы шәхестәре миҫалында бәрәкәтле Мәләүез еренең тарихы килтерелә. Был йыйынтыҡта минең өсөн иң иғтибарҙы йәлеп иткәне - райондың тораҡ пункттары хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт. Унда башҡорт, урыҫ һәм ҡатнаш халыҡтар йәшәгән тораҡ пункттарҙың атамаларының килеп сығышы, уларҙың ниндәй тарихи ваҡиғалар менән бәйле булыуы хаҡында ҡыҙыҡлы материалдар тупланған. Тап ошо китаптан Мәләүез районы башҡорт ауылдарының күбеһе Өфө наместниклыҡ картаһында 1786 йылдан ғына күрһәтелһә лә, XVIII быуаттың 30-40-сы йылдарында уҡ барлыҡҡа килеүен белдем.

Район ауылдары, уның тарихы, бөгөнгөһө тураһында мәғлүмәттәрҙе өйрәнеүгә тағы ла "Көнгәк" гәзите хеҙмәткәре Лена Абдрахманованың "Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?" рубрикаһы аҫтында баҫылған мәҡәләләр циклы ҡыҙыҡһыныу уятты. Автор һәр бер ауылдың ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле булыуын, һәр ауыл оло башҡорт иленең, башҡорт милләтенең тере тамсыһы икәнлеген күрһәтә. Архив материалдарын өйрәнеү, бөгөнгө статистик мәғлүмәт табыу, ауыл картаһы, ауыл кешеләренең архивында һаҡланған йәки автор фотографиялары, халыҡ араһынан йыйған фактик материалдар,һәр ауылдың ҡыҫҡаса тарихы был эштең йөкмәткеһен байыта.

Мәләүез районының башҡорт ауылдары тураһында тикшеренеү эшемде башлар алдынан ҡулыма профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың "Олатайҙарҙың бар тарихы" исемле китабы эләкте. Атаҡлы ғалим башҡорт ауылдары тураһында материал яҙырға тәҡдим итә һәм яҙғанда ниндәй өлкәләргә иғтибар итергә кәңәш бирә.

Ауылдар тарихы тураһында материалдар туплағанда шуға иғтибар иттем: райондың башҡорт ауылдарының күбеһе үҙенә нигеҙ һалған тарихи шәхестәр исемен йөрөтә. Мәҫәлән, тәүге рәсми мәғлүмәттәр 1795 йылға ҡайтып ҡалған райондың иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе Шәрипкә нигеҙҙе Шәрип Ибрашев (икенсе документта - Ибраһимов) һалған тигән фараз бар. Бишенсе ревизия ауылдағы 27 йортта 166 кеше йәшәгәнен теркәгән. 64 йылдан һуң булған ревизия унда 59 йорттоң һәр береһенә 6,4 кеше тура килеүен күрһәтә.

Шулай уҡ тораҡ пункт тарихында ҙур әһәмиәткә эйә булған атамаларҙы йөрөткән ауылдар ҙа бар төбәктә. Миҫалға Томансы ауылын алайыҡ. Атап әйткәндә, был атаманың килеп сығышының бер нисә варианты бар. Береһендә Томансин фамилиялы кеше нигеҙ һалыуы тураһында әйтелә. Уның Мөхәммәт исемле улы, уның йорт старшинаһы булыуы тураһында тарихи мәғлүмәт һаҡланған.

Ауылдың икенсе исеменә килгәндә ул түбәндәгесә: Томансы һүҙе төмәнсе һүҙенән килеп сыҡҡан. "Төмән" ун меңлек ғәскәр тигәнде аңлата. 1996 йылда Мәскәүҙә "Диагора" нәшриәтендә сыҡҡан "Башҡортса-урыҫса һүҙлек"тә (яуаплы мөхәррире Зиннур Ураҡсин) был һүҙ тысяцкий, йәғни начальник военного ополчения - хәрби ополчение начальнигы тигәнде аңлата. Төмән һүҙенең тағы бер варианты бар: көңгөрт - асыҡ булмаған төҫ, йәғни төҫһөҙ тигәнде аңлата.

Ҡайһы берәүҙәр ауылдың исеме томан һүҙенән алынған булырға тейеш, ти. Яҡын-тирә ауылдарҙа булмаһа ла, Томансы өҫтөнә йыш ҡына томан ята икән. Шулай ҙа күпселек "төмән" һүҙенән килеп сыҡҡан вариант яҡлы. Тарихи материалдар был ауылдың бик боронғо башҡорт ауылы булыуын раҫлай. Тораҡ пункт янындараҡ Ағиҙел кисеүен әле лә халыҡ Күс юлы тип йөрөтә. Ғөмүмән, бында ауылға ҡағылышлы хәрби терминдар байтаҡ һаҡланған.

Ауыл халҡының төп шөғөлө бөгөн - малсылыҡ. Мал - "тере валюта" хәҙер. Кемдең малы бар газына, электр энергияһына, кейем-һалым йүнәтергә, балалар уҡытырға, йорт йыһаздары алырға, йорт төҙөргә лә аҡсаһы бар. Йыш ҡына "Уларҙың малы күп булғас, рәхәт, аҡса кәрәк булһа, һуялар ҙа һаталар" тигәндәрен ишетергә тура килә. Әммә мин каникулда олатайымдарға барғанда "был рәхәтлек"те татыу өсөн, иң беренсе, бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем - көндө төнгә яҡлап эшләргә кәрәклеген үҙ иңемдә татығаным бар.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт ауылдарында йылҡы тотоусыларҙың һаны артыуы күҙәтелә. Йылҡысылыҡ - халҡыбыҙҙың төп кәсебе булған борон. Мәҫәлән, Смаҡ ауылынан бүленеп сыҡҡан Исламғол ауылында 1842 йылда 18 йортта 75 йылҡы малы иҫәпләнгән. Халҡыбыҙ элек-электән умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгән. Мәҫәлән, 18-се быуат урталарында барлыҡҡа килгән Һәргәй ауылында X ревизия 75 йортта 531 кеше йәшәүен, уларҙа 100 баш умарта булыуын теркәгән.

Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү башҡорт ауылдарында бөгөн дә бик таралған. Мәҫәлән, Яҡтыкүл ауылында йәшәгән Мәрйәм Һатыбалованың 40-лап баш умартаһы бар. Йомаҡтан Маһия Сәйфетдинова, Сәғәҙәт Ильясов, Азамат Байназаров кеүек уңғандар ҙа күпләп ҡош ҡорт тота. Бал ҡорто үҙе һымаҡ уңғандарҙы ярата, уларға ғына табыш килтерә.

Һуңғы осорҙа шулай уҡ башҡорт ауылдары хужалығында тағы бер кәсеп барлыҡҡа килгән - ғаиләләр күпләп ҡош-ҡорт һатып алып, көҙөн-ҡышын баҙарҙа һатыу сараһын тапҡан. Шуға ла иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ихата, урамдар ҡаҙ ҡаурыйына, өйрәк тауышына күмелә. Ғөмүмән, ауылдарға барып инеү менән шуларҙы күреп, тораҡ пункттарҙың бер ниндәй заман һынауҙарына бирешмәй, оптимистик рухта йәшәүенә инанаһың.

Тикшеренеү эшемде башлар алдынан райондың бер нисә башҡорт ауылында булырға тура килде миңә. Сағыштырыу өсөн ҡатнаш халыҡ йәшәгән ауылдарға ла туҡталдым. Иң ҙур айырма шунда: башҡорт ауылдары райондың иң матур урындарына ғына ултырған. Урын һайлағанда улар, иң беренсе, йылғаға яҡын булыуға иғтибар иткән. Белгән шул улар - бындай урын уңдырышлы була. Тағы ла башҡорт ауылдары бик ҙур булмауы, ыҡсым һәм ҡупшылығы менән айырыла.

Райондың башҡорт ауылдарында йәшәгән халыҡ тамъян, юрматы, ҡыпсаҡ ырыуҙарына бүленһә лә, көнитмештәрендә, йола, ғөрөф - ғәҙәттәрендә оҡшашлыҡ, дөйөм сифаттар, уртаҡ һыҙаттар бик күп. Шул уҡ ваҡытта уларҙың холоҡ-ҡылыҡтарында айырымлыҡ һәм үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәр ҙә ярылып ята. Мәҫәлән, юрматылар зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө, һарғылт сәслеләр, ә тамъяндар ҡара күҙле, ҡара сәсле. Был ырыуҙарҙың тышҡы билдәләре, әлбиттә, ҡатнашып, буталып бөткән, шулай ҙа төҫмөрләргә була. Боронғо юрматыларҙан боронғо тамъяндар һуғышсан, яусыл, хәрбилеге менән айырыла. Был һыҙаттар бөгөн тамъяндарҙың ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек сифаттарында күрергә мөмкин. Смаҡ, Ҡотош, Аптраҡтар, ысынлап та, эргә-тирә ауылдарҙа йәшәгәндәргә ҡарағанда үткерлеге, саялығы менән айырыла.

Һәр ауылда тиерлек тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, нәҫел шәжәрәләрен төҙөүселәр бар. Быға , моғайын, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов Указы буйынса һуңғы йылдарҙа һәр тораҡ пунктта үткәрелгән "Шәжәрә", "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдары йоғонто яһағандыр.

Һәр ауылдың үҙ илһөйәрҙәре булыуы ҡыуандыра. Ауыл тарихы, уның халҡы, бөгөнгөһө тураһында мәғлүмәт нәҡ шундай кешеләрҙән туплана ла инде. Һәр кемгә үҙенең тыуған ере, ауылы яҡын, ҡәҙерле, һәр ташы, ҡалҡыулығы изге икәнлегенә инандым.

Бөтә илгә хас проблемалар башҡорт ауылдарын да урап үтмәгән. Эшһеҙлек менән эскелек - башҡорт ауылдарының иң ҙур бәләһе бөгөн. Эшһеҙҙәр, әлбиттә, рәсми теркәлмәгән, сөнки эшһеҙлек буйынса пособие юллау юл сығымын да ҡапламай. Ҡалала йәшәүселәрҙән йыш ҡына "Ауылда йәшәгән кешенең нисек эше булмаһын?" тигән кеүегерәк аптырау ҡатыш һорау биргәндәрен ишеткәнем бар. Эйе, шулай, әммә ниндәй генә эшкә тотонам тиһәң дә, иң беренсе ҡулаҡса кәрәк. Батшаһыҙ йәшәп булһа ла, аҡсаһыҙ йәшәп булмай, тиҙәр халыҡта. Мәҫәлән, күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтереп һатыр өсөн дә аҡса кәрәк. Теплица ҡуйып, йәшелсә-емеш үҫтереп һатыуға ла әллә күпме башланғыс капиталдың булыуы мөһим. Кредит, ссуда алыу өсөн иһә йәнә даими эш урыны, эш хаҡы талап ителә.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙең ябылыуы йәмғиәттә ҙур борсолоу тыуҙыра. Мәктәп булмағас, билдәле инде йәш ғаиләләр яйлап ҙурыраҡ тораҡ пунктҡа йәки ҡалаға юллана. Шуға ла күп кенә ауылдарҙа мөрйәләренән төтөн сыҡмаған, тупһа-ихатаһын көрт баҫҡан, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡталар ҡағылған, етемһерәп, үгәйһеп ҡалған йорттарҙы осратырға тура килә.

Ауыл егәрлеләренә килгәндә, улар, әлбиттә, эш юҡлыҡҡа һылтанып, һәндерәгә менеп ятмаған. Кеше тәбиғәте шулай бит - теләһә ниндәй шарттарға ла яраҡлаша ала. Миндек, селек һепертке бәйләп, балыҡ тотоп һатыу ҙа ят күренеш түгел хәҙер.

Бөгөнгө башҡорт ауылдары, уларҙың көнитмеше, иң оло кешеләре, йәш ғаиләләре, төп шөғөлө, проблемалары тураһындағы материалдарҙа һәр ауылдан районыбыҙҙы ғына түгел, Башҡортостаныбыҙҙы, илебеҙҙе данлаған яҡташтарыбыҙ исемен, уларҙың тормош юлы хаҡында ла ҡыҫҡаса мәғлүмәт алырға була. Билдәле әҙиптәребеҙ Булат Рафиҡов, Динис Бүләков, Ғәлим Дәүләди, Фәтҡулла Комиссаров, Ғәли Ильясов, Фәнил Күзбәков, мәшһүр полководец Кинйә Арыҫланов, йырсы, диктор Фәниә Хәлитова-Сөләймәнова, профессор, медицина фәндәре докторы Венер Сәхәүетдинов кеүек күренекле шәхестәрҙең кендек ҡаны беҙҙең райондың башҡорт ауылдары биргән.

Башҡорт ауылдары тураһында уҡығанда күп ауылдарҙың икешәр исемле булыуына иғтибар иттем. Хәсән ауылының хатта дүрт исеме бар: Хәсән, Шайтан, Тубыл, Юлбирҙе. Исламғолдо халыҡ Өсбаш, Мотайҙы - Тәмәк, Аҡназарҙы Байегет тип йөрөтә. Байегет атамаһы ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, иллә-мәгәр унда, ысынлап та, егеттәр күп булыуын билдәле. Ҡыҙҙарға ҡытлыҡ булып, егеттәр күп булһа, билдәле инде, буйҙаҡлыҡ мәсьәләһе барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, буйҙаҡлыҡты ла башҡорт ауылдарының төп бәләләренә индерергә була. Өйләнмәгәндәр булған ерҙә эскелек проблемаһы ла сит түгел. Аҡназарҙа, мәҫәлән, һәр йортта уҡ булмаһа ла, йорт аша тиерлек буйҙаҡтар бар. Ҡайһы бер ғаиләлә хатта улар берәү генә түгел, икәү-өсәү. Айырылышып, яңғыҙ йәшәгәндәр ҙә, өйләнмәй ҡартайғандар ҙа күп. Буйҙаҡтарҙың иң олоһо пенсия йәшендә хәҙер. Бына ошо инде демографиялағы кире үҙгәрештәрҙең төп сәбәбе: ғаиләләр әҙәйә, тыуым кәмей. Быға тиклем балалар урам тулып йөрөһә, бөгөн өс балалы ғаиләләрҙе күп балалы тип иҫәпләү генә лә күп нәмә тураһында һөйләй бит. Ә бит ауыл- генофондыбыҙҙы төп һаҡлаусы! Ауылдарҙа ла хәҙер бер, күп булһа ике-өс бала менән сикләнәләр. Быны йәш ғаиләләр, билдәле инде, эшһеҙлеккә, аҡсаһыҙлыҡҡа бәйләй. Ә тормош ҡасан еңел булған һуң? Революция осоромо, күмәк хужалыҡҡа ингән ваҡытмы? Бөйөк Ватан һуғышы йәки унан


һуңғы йылдармы?

Тикшеренеү эшенә әҙерлек барышында тиҫтерҙәремдең башҡорт ауылдары тарихына ҡағылышлы фекерҙәрен өйрәнеү маҡсатында анкета үткәрелде.

"Киләсәктә белгес булараҡ ауыл еренә эшкә барыр инегеҙме?" тигән һорауға ыңғай яуап биреүселәр шаҡтай аҙ, улар ни бары 10% тәшкил итте, улары ла йәшәү, эш хаҡы һәм эш шарттарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"Башҡорт ауылдарының киләсәге бармы?" тигән һорауға респонденттарҙың 75 проценты - ыңғай, 25 проценты кире яуап бирҙе.

Кеше яҙмыштары бер-береһе менән оҡшамаған кеүек, ауылдар яҙмышы ла үҙенсәлекле. Үҙенә генә хас айырым һыҙаттары ла, оҡшашлыҡтары ла күп. Шуға иғтибарға ителде: заман ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, һәр ауылда тиерлек йыл һайын бер-ике булһа ла, яңы йорт ҡалҡа, ә иң һөйөндөргәне: һәр тораҡ пунктта тиерлек бер - ике өйҙән генә торһа ла, Йәштәр урамы бар. Тап шул күренеш ауылдарға яңы ритм, яңы һулыш бирә.








Йомғаҡлау

Сығышымды шундай һүҙҙәр менән йомғаҡлағым килә: киләсәктә һәр беребеҙ үҙ төйәгенең тормошон, көнкүрешен, рухи донъяһын тағы ла тәрәнерәк өйрәнеү эшенә ҡулдан килгәнсә үҙ өлөшөн индерһә ине. Ағас - тамыры, милләт тарихы менән көслө, тигән боронғолар. Бик аҡыллы әйтем. Данлы тарихыбыҙҙы ни тиклем тәрәнерәк белһәк һәм шуны башҡаларға ла белдерә-күндерә алһаҡ, халыҡтар араһында йөҙөбөҙ шул тиклем яҡтыраҡ булыр, тип уйлайым.

Үҙеңдең тыуған төйәгеңде өйрәнеү, ауылдың һәм ауылдаштарыңдың, туған-тыумасаларыңдың, нәҫел-нәсәбеңдең тарихи тамырҙарын, яҙмышын, булмышын, бүтәндәргә өлгө булырҙай күркәм ғаиләләрҙе барлап, аҡ ҡағыҙға теркәү - ниндәй изге ниәт һәм оло эш ул. Минең өсөн һәр ауыл, уның халҡы, ысын мәғәнәһендә, ҙур асыш булды. Уларҙың һәр береһе - үҙе бер донъя. Ваҡыт һынауҙары нисек кенә ҡағып-һуҡмаһын, тарих тәгәрмәсе нисек кенә тапамаһын, башҡорт ауылдары йәшәй һәм йәшәйәсәк. Алдынғы эшсәндәре, рухлы, сәмле, йәштәре булған ауылдарҙың киләсәге бар.







Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

1. Шәкүр Р.З. Исемдәрҙә - ил тарихы.- Өфө, 1993.

2. Шәкүр Р.З. Топонимика һәм топонимия мираҫы.- "Башҡортостан", 2005, 26 май.

3. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана.Кн.1.- Уфа: Китап, 1997.

4. Әсфәндиәров Ә.З. Олатайҙарҙың бар тарихы...-Өфө: Китап,2005.

5. Земля Мелеузовская: былое, будни, будущее.- Уфа: Китап, 2000.

6. "Көнгәк" гәзите, 2009-2011 йылдарҙа сыҡҡан һандар.

7. "Ватандаш" журналы, 2008 йыл, июнь.

8. Бураҡаева М.С. Тормош һабаҡтары.-Өфө; Китап, 2011.








Ҡушымта.

«Киләсәктә йәш белгес булараҡ ауыл еренә эшкә ҡайтыр инегеҙме?»

Научно-практическая работа Ауылдарҙа - халҡыбыҙ тарихы

«Башҡорт ауылдарының киләсәге бармы?»

Научно-практическая работа Ауылдарҙа - халҡыбыҙ тарихы


© 2010-2022