Тесты по башкирскому языку (6, 9 кл.)

Раздел Другое
Класс -
Тип Тесты
Автор
Дата
Формат zip
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

"Ҡылым" темаһы буйынса тест

1.Ҡылым нимәне белдерә?

а) предметты; б) предметтың билдәһен; в) предметтың эшен-хәрәкәтен.

2.Ҡылымға хас грамматик категорияларҙы билдәләгеҙ: а) дәрәжә б) заман в) килеш г) һөйкәлеш ғ) йүнәлеш. 3.Ҡылымдың затлы формаһын билдәләгеҙ: а) ҡылым төркөмсәләре б) ҡылым һөйкәлештәре. 4. Һөйләшер һүҙ күп әле һөйләмендә сифат ҡылым ниндәй заманды белдерә: а) хәҙерге заман сифат ҡылым б) үткән заман сифат ҡылым в) киләсәк заман сифат ҡылым г) бер заманды ла күрһәтмәй. 5. Уларға бары дөрөҫөн генә әйтһендәр һөйләмендә ҡылымды табып, уның һөйкәлешен билдәләгеҙ: а) хәбәр һөйкәлеше б) бойороҡ һөйкәлеше в) теләк һөйкәлеше г) шарт һөйкәлеше 6.Күк йөҙөндә яҙғы ҡояш балҡый һөйләмендә һуңғы һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләгеҙ: а) исем б) сифат в)ҡылым г)һан ғ) алмаш. 7. Был турала белеүсе кеше булманы һөйләмендә ҡылымды табып, уның төркөмсәһен билдәләгеҙ: а) исем ҡылым б) хәл ҡылым в) уртаҡ ҡылым г) сифат ҡылым ғ) ҡылым төркөмсәһенең береһенә лә ҡарамай. 8.Исем ҡылым нимәне белдерә? а) эштең, хәрәкәттең, хәлдең атамаһын; б) эште, хәрәкәтте, хәлде; в) эштең, хәрәкәттең, хәлдең билдәһен. 9.Китеүҙәр юҡ был донъянан һөйләмендә ҡылымды табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ: а) исем ҡылым б) хәл ҡылым в) уртаҡ ҡылым г) сифат ҡылым ғ) ҡылым төркөмсәһенең береһенә лә ҡарамай. 10. Ярға яҡын килергә ярамай һөйләмендә ҡылымды табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ: а) исем ҡылым б) хәл ҡылым в) уртаҡ ҡылым г) сифат ҡылым ғ) ҡылым төркөмсәһенең береһенә лә ҡарамай. 11. Ҡылымдың нисә йүнәлеше бар? а) 2 б) 8 в) 7 г) 5 ғ) 3 12.Ҡайһы яуапта хәл ҡылымдар бирелгән? а) уҡыу, килгән, барасаҡ; б) киткәс, киткәнсе, өйрәтеп, өйрәткәнсә в) ҡараны, бирҙек, эшләүсе, эшләргә.



© 2010-2022