Тема урока Һандар (5 класс)

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:








Тема: Аҙыҡ - түлек. Һандар.

5 класс








Башҡарҙы: Лилиә Риф ҡыҙы

Шәйәхмәтова








Тема: Аҙыҡ - түдек .Һанлар.

Маҡсат: 1) аҙыҡ - түлекте белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереүҙе дауам итеү;

2) һандарҙы дөрөҫ әйтергә өйрәтеү һәм телмәрҙә ҡулланыу;

3) аҙыҡ - түлеккә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү; башҡорт халыҡ аш -

һыу исемдәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһаҙландырыу: 5-6 кластар өсөн электрон дәреслек , ижек таблицаһы, һүрәттәр , ҡорот.

Дәрес барышы.

Ойоштороу моменты.

Артикуляцион күнегеү

Тиҙәйткес. Мейес башында биш бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы,

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес ташы.

Тиҙ әйтергә өйрәтеү.

Инеш әңгәмә.

  • Был тиҙәйткестә ниндәй һан бар?( 5)

  • Ул нисә тапҡыр әйтелә? ( 5 )

Сафуан Әлибай шиғырынан йәшеренгән һандарҙы тап.

Алтынбай килмәс беҙгә,

Һандар һанайбыҙ бергә.

Ул тормай икеләнеп,

Алған да етеҙләнеп,

Китапты тотҡан ҡулға,

Бөтә һан булыр шунда.

Унан йәлләмәй көсөн

Ҡәләмде ослар өсөн.

Ҡыҙартмай ғына йөҙөн,

Һыҙа һалды ул йөҙөн.

"Һиндә яҙып бөтөр - ти, -

Шунда тиклем етер ," - ти.

Һана мин яҙғандан:

Килеп сыҡты нисә һан? ( 11)

Һандарҙа һүҙҙәр йәшерелгән. Асҡысы - ижек таблицаһында.

1, й ( май)

9, 173, ҡ ( ҡатыҡ)

178, р ( сыр)

64, 60 (дөгө)

92 * ( ит)

89 * , 217, к ( икмәк)

80, т ( һөт)

117, 5, й ( ҡурай)

- Ниндәй һүҙ артыҡ? ( ҡурай)

- Бөгөн дәрестә һүҙ нимә тураһында барасаҡ? ( Аҙыҡ - түлек.Һандар.)

Дәфтәрҙәргә число, класс эше һәм теманы яҙыу.

Дәфтәрҙәрҙе, һүҙлектәрҙе һәм ручкаларҙы алып компьютер артына ултырабыҙ. Программаға инәбеҙ. Дәреслекте асығыз . Магазинда темаһына инәбеҙ." Аҙыҡ - түлек. Һандар" темаһын асабыҙ.

А) Тексҡа иғтибар итегеҙ.

- уҡытыусы уҡый, һүҙлек эше.

- сылбырлы уҡыу һәм тәржемә итеү.

- аҙыҡ - түлекте белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ.

- һандарҙы табығыҙ.

Б) Ҡағиҙә менән танышайыҡ. 1. 0-9.

2. 10-100, 1000, 10000, 1000000, ....

В) Аҙыҡ - түлекте белдергән һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ.

- Башта һүҙҙәрҙе тәржемә итәбеҙ.( белмәгән һүҙҙәрҙе һүҙлеккә яҙабыҙ)

- Ә хәҙер дәфтәргә аҙыҡ - түлекте белдергән һүҙҙәрҙе күсереп яҙығыҙ

- Йондоҙсоҡҡа баҫып тикшерәбеҙ.

Г) Репликаларҙы тейеш тәртиптә ҡуйып, диалог төҙөгөҙ.

- 1 уҡыусы диалогты төҙөп уҡый.

- йондоҙсоҡҡа баҫып тикшерәбеҙ

- был диалогты ролдәргә бүлеп уҡыйбыҙ.Был диалогта кемдәр һөйләшә? ( әсәһе менән улы)

Парта артына ултырҙыҡ.

Дәреслек менән эш. А ) 106 - сы битте астыҡ, 262 - се күнегеү. Күпме тора? Һорауына яуап бирергә өйрәнәбеҙ. Парлап эшләйбеҙ.

1 уҡыусы - һорауҙы уҡый.

2 - се уҡыусы - яуап бирә

- Кем белә, магазинда 1л һөт 12 һум торамы? Ә 10 дана йомортҡа күпме тора?

- Ни өсөн хаҡтар дәреслектә арҙан?

Б) 263 - сө күнегеү.

- Һандарҙы хор менән уҡып сығабыҙ

- Һөйләмдәр төҙөгөҙ.

- Һандарҙы һүҙ менән яҙығыҙ.

Ял итеү минуты.

Башҡорт милли аштарын күрһәтәм, ә һеҙ исемдәрен әйтерһегеҙ. Был нимә? ( сәк -сәк) ваҡ бәлеш, ҙур бәлеш, өсбосмаҡ, ҡыҫтыбый өсмөйөш, бишбармаҡ. Был ниндәй эсемлек? Ҡымыҙ.

- Ни өсөн бишбармаҡ ( өсмөйөш) тип атала?

- Башҡорт халҡының тағы бик тәмле һәм файҙалы риҙығы бар. Ул ҡорот тип атала. Кемдең ашағаны бар? Уны әсегән һөттән яһайҙар.Ҡоротто дауа өсөн файҙаланалар һыуыҡ тейгәндә, ашҡаҙан ауыртҡанда, йөрәк йыш ҡаҡһа ҡорот ярҙамға килә. Ул витаминға бай.Уның файҙаһы кеше өсөн шул тиклем ҙур, баһалап бөткөһөҙ.Ҡоротто тәмләп ҡарау.

Көндәлектәрҙе, ручкаларҙы алып компьютер артына ултырҙыҡ.

  • Рефлексияға баҫтыҡ. Һүҙҙәрҙе тәржемә итеү.

  • Тикшереүгә баҫтыҡ. Бөгөнгө һәм үткән темалар буйынса белемдәребеҙҙе тикшерәбеҙ. Йәшел шаҡмаҡ сыҡһа - яуабығыҙ дөрөҫ. Ҡыҙыл шаҡмаҡ - яуабығыҙ дөрөҫ түгел.

Баһалау.

Өй эше. 264 - се күнегеү.

Йомғаҡлау.

- Бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләштек, нимәләр белдегеҙ?


© 2010-2022