Конспект урока З. Биишева. Мастер и подмастерье

Раздел Другое
Класс 6 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:



З.Биишева «һөнәрсе менән өйрәнсек»

(рус мәктәптәрендә 7-се класта уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Ғафаров Б.Б.,ТикеевГ.С.)


Ленин районы 2-се

Башҡорт лицейының

башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ханнанова Флүзә

Хәмзә ҡыҙының дәрес

план-конспекты.




Тема: З.Биишева «һөнәрсе менән өйрәнсек»

Маҡсат: З.Биишеваның биографияһы менән ҡыҫҡаса

танышыу;

уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү һәм яҙыу

телмәрен үҫтереү;

яҡшынан - өлгө, ямандан ғибрәт ала белергә

өйрәтеү.

Йыһазландырыу: З.Биишеваның портреты, хронологик

таблица, видеокассета.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.Фонетик күнегеүҙәр.

а) Башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡы хәрефтәрен дөрөҫ уҡыу, артына һәм алдына а һуҙынҡыһын ҡуйып уҡыу.

- һ -

- ҫ -

- ң -

- ҡ -

- ғ -

- ҙ -

б) Бирелгән мәҡәлде дөрөҫ уҡып, мәғәнәһен аңлатырға.

Оҫтаның ҡулы ҡала, шағирҙың һүҙе ҡала.

II. Дәрестең темаһы, маҡсаты менән танышыу.

З.Биишеваның биографияһы менән танышыу

- Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1907 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйембәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Уға өс йәш булғанда - әсәһе, ун бер йәшендә атаһы үлеп китә. Яҙыусы үҙенең бала сағы тураһында түбәндәгесә хәтерләй: «Фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа булды минең бала саҡ».

- Хронологик таблица буйынса эш, видеокассета

ҡарау.

III. Яңы теманы үҙләштереү.

Дәрес барышында кәрәк буласаҡ һүҙҙәр өҫтөндә

эш.

өйрәнсек - подмастерье

һөнәрсе - мастер

татырлы һыу - жёсткая вода

яңы табыш - новая находка

тәкәбберләнеп көлгән - смеялся надменно

йыраҡа - овражек, промоина

мәҙәк бит - забавно же

дәрүиш - дервиш,странник.

Эштәр:

- һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡырға;

- һүҙбәйләнеш төҙөү;

- ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып, һөйләм төҙөргә;

IV. З.Биишеваның «һөнәрсе менән өйрәнсек»

хикәйәһен уҡыу.

VI. Хикәйә өҫтөндә эш, һорауҙарға яуаптар.

- Ваҡиға ҡайҙа бара?

- Кем ул һөнәрсе менән өйрәнсек?

- Халыҡ уларға ни өсөн ошо исемдәрҙе ҡушҡан?

- өйрәнсектең яһаған көршәктәре ниндәй булған?

- һөнәрсе балсыҡтан, ҡомдан ниндәй әйберҙәр

яһаған?

- Ни өсөн һөнәрсе үҙе көршәк эшләргә булған?

- өйрәнсек ни өсөн һөнәрсенән көлгән?

VII. Ял минуты. Шиғырҙа әйтелгән хәрәкәттәрҙе ҡабатла.

Уң күҙеңде ҡыҫып ал да

һул күҙеңде ҡыҫып ал,

Шунан тәҙрә аша

Күк офоҡҡа күҙең һал.

Ике күҙеңде йом да

Бер минуттай йоҡлап ал.

Уңға,һулға башың сайҡа,

Бына шулай була ял.

VIII. Алдағы эшебеҙ, яҙма эш булыр.

Был эштә һеҙ һөнәрсе менән өйрәнсектең

көршәктәрен нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ,

шуны сифаттар ярҙамында яҙырға тейешһегеҙ.

- ҡыҙыл ҡағыҙҙар - яуапты үҙегеҙгә уйлап

яҙырға;

- зәңгәр ҡағыҙҙар - бирелгән һүҙҙәр араһынан

сифаттарҙы ғына һайлап яҙырға;

- һары ҡағыҙҙар - һүҙҙәр тәжемәләре менән

бирелгән;

Таҡтала эштәрҙе тикшереү (уҡыусылар үҙҙәренең

яуаптарын таҡтаға сығып яҙалар).

һөнәрсе өйрәнсек

IX. Дәресте йомғаҡлау.

- уҡылған бүлек буйынса тәрбиәүи әңгәмә үткәреү;

- бөгөн дәрестә нимәләр белдек, үҙебеҙгә ниндәй

белемдәр алдыҡ?(Яуаптар.)

X. өй эше.

Мәҡәл, фәһемле фекерҙәр табып яҙып килергә.

  1. Уҡыусыларҙың эштәрен баһалау(һәр уҡыусы

үҙенең эшен, дәрестә биргән яуаптарын баһалай).

© 2010-2022