• Преподавателю
  • Другое
  • Разработка урока по родному (башкирский) языку и литературе на тему М. Кәрим. Дан кәпәс түгел (5класс)

Разработка урока по родному (башкирский) языку и литературе на тему М. Кәрим. Дан кәпәс түгел (5класс)

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Мостай Кәримдең "Өс таған"

повесынан "Дан кәпәс түгел" бүлеге буйынса дәрес өлгөһө


(5 класс)

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Мостай Кәримдең тыуыуына - 95 йыл тулыуға арналған

конкурсҡа


Разработка урока по родному(башкирский) языку и литературе на тему М.Кәрим. Дан кәпәс түгел(5класс)



Башҡарыусыһы:

Дәүләкән районы муниципаль

районының 7-се һанлы дөйөм

белем биреү мәктәбенең муниципаль

бюджет учреждениеһы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Дәүләтова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы



2014 йыл


Мостай Кәримдең "Өс таған"

повесынан "Дан кәпәс түгел" бүлеге буйынса дәрес өлгөһө

Дәүләкән районы 7-се һанлы мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Дәүләтова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы

Маҡсат: -М.Кәримдең "Өс таған" повесынан алынған "Дан кәпәс түгел" өҙөгөнөң йөкмәткеһен өйрәнеү,

-яҙыусы тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү,

-фекерләү ҡеүәһен үҫтереү,

-яҙыусының өлгөһөндә, әҫәрҙәге геройҙар өлгөһөндә һуғыш ҡаһармандарына ихтирам, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, интерактив таҡта, магнитофон, яҙыусы әҫәрҙәренән күргәҙмә.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле.

Тел асҡысы - иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:

Әссәләмәләйкүм!

2.Мотивация тыуҙырыу

Уҡытыусы:

- Уҡыусылар, экрандағы йыр һүҙҙәренә иғтибар итәйек:

Яуға барып, яуҙы еңгәс,

Ир башҡайы менән ат ҡайтыр.

Ир башҡайы менән ат ҡайтмаһа,

Мәңге һүнмәй торған дан ҡайтыр.

-Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлауығыҙса, бөгөнгө дәрестә беҙ дан тураһында һөйләшәбеҙ.

-Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы: М.Кәримдең "Өс таған" повесынан "Дан кәпәс түгел" тигән өҙөгөн өйрәнеү

-Дәресебеҙҙең маҡсаты: "Дан кәпәс түгел" өҙөгөнөң йөкмәткеһен үҙләштереү, яҙыусы, шағир тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, фекерләү ҡеүәһен арттырыу, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына ихтирам,үҙебеҙҙә тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Уҡытыусы:

Әҫәр йөкмәткеһен өйрәнеүгә күскәнсе, автор тураһында белгәндәрегеҙҙе һөйләгеҙ.

А)Бер уҡыусы экрандағы схема буйынса М.Кәримдең биографияһын

һөйләй

. Разработка урока по родному(башкирский) языку и литературе на тему М.Кәрим. Дан кәпәс түгел(5класс)

Уҡытыусы:

-Уҡыусылар, яҙыусының балалар өсөн яҙылған ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

Уҡыусылар:

-"Өс таған", "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Оҙон-оҙон бала саҡ" повестары.

Дөрөҫ, уҡыусылар.Шағир, яҙыусы, драматург, публицист булған М.Кәримдең йөҙҙән ашыу китабы булып, уның әҫәрҙәре донъяның ун теленән артығыраҡ телгә тәржемә ителгән.

Разработка урока по родному(башкирский) языку и литературе на тему М.Кәрим. Дан кәпәс түгел(5класс)

Б)Уҡыусыларҙың яҙыусының балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрен белеү кимәлен диагностикалау.Һәр уҡыусыға алдан әҙерләнгән эштәр таратып бирелә.

Разработка урока по родному(башкирский) языку и литературе на тему М.Кәрим. Дан кәпәс түгел(5класс)

(Уҡыусылар эштәрен эшләп бөткәс, экрандағы яуаптар менән бер- береһенең зштәрен тикшереп үҙҙәренә үҙҙәре баһа ҡуялар.

В)Фонояҙманан шағирҙың үҙ тауышы менән шиғыр тыңлау.

3. Уҡытыусы:

- Хәҙер, уҡыусылар, дәреслектәге әҫәр йөкмәткеһе менән танышайыҡ.

А)һүҙлек эше (экранда)

Сәбәләнеү- суетиться

Ишара-ым, намек

Тыйнаҡлыҡ- тотанаҡлылыҡ, әҙәплелек, кротость,воспитанность

Ҡылыҡ - поступок

Мәргән-төҙ атыусы, меткий стрелок

Мираҫ- ҡомартҡы, наследие

Көпө-өҫ кейеме, верхняя одежда

Кәпәс - баш кейеме, бүрек, головной убор, шапка

Б)Уҡытыусы үҙе уҡый башлай, уҡыусылар ролләп уҡып, дауам итәләр. Уҡылғанды аңлата баралар.

4. Һорауҙар буйынса эш - рефлексия

- Кем ул Ғабдулла?

-Ул һеҙгә оҡшанымы?

-Уға ниндәй сифаттар хас?

-Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы?

-Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, миҙалды ни өсөн бирәләр?

-Дан һүҙенең мәғәнәһен һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

-Һеҙ орден, миҙалдар тураһында беләһегеҙме?

(Уҡыусылар берәм-берәм яуап бирәләр)

-Һеҙҙеңсә әҫәрҙең авторы данлы кешеме?

-Әлбиттә, уҡыусылар,уның даны бөтә донъяға билдәле.Уның әҫәрҙәре донъяның төрлө телдәренә тәржемә ителеп, төрлө халыҡтар өйрәнәләр.

- Тырыш хеҙмәте өсөн М.Кәрим - Салауат Юлаев исемендәге, К.С.Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы һәм СССР дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Урыҫ телендә сыҡҡан "Хәбәр көтәм" китабы өсөн 1977 йылда Г.-Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломға лайыҡ булды.Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн дә М.Кәрим бик күп орден, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Разработка урока по родному(башкирский) языку и литературе на тему М.Кәрим. Дан кәпәс түгел(5класс)Разработка урока по родному(башкирский) языку и литературе на тему М.Кәрим. Дан кәпәс түгел(5класс)

Уҡытыусы:

-Һеҙ ниндәй орден миҙалдар күргәнегеҙ бар? (уҡытыусы бер уҡыусы алып килгән "Әсәлек" миҙалын, еңеүҙең 50 йыллығына бирелгән тылда эшләгән өләсәһенең миҙалын, экрандан бер төркөм миҙал, ордендар һүрәтен күрһәтә)

-Уҡыусылар, бөгөнгө тыныс тормошта кешеләр ниндәй орден, миҙалдар менән бүләкләнә?

-Башҡортостанда булдырылған ниндәй орден, миҙалдарҙы беләһегеҙ?

-Дөрөҫ, фиҙәҡәр хеҙмәт өсөн Салауат Юлаев ордены булдырылды. Күп балалы әсәләр өсөн "Әсәлек даны" миҙалы булдырылған.

Разработка урока по родному(башкирский) языку и литературе на тему М.Кәрим. Дан кәпәс түгел(5класс)Разработка урока по родному(башкирский) языку и литературе на тему М.Кәрим. Дан кәпәс түгел(5класс)

-Балалар, әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштар өсөн Башҡортостанда булдырылған наградаларҙы беләһегеҙме?

Уҡыусылар һанайҙар: С.Юлаев, Ш.Бабич, Һ.Дәүләтшина, Ғ.Сәләм исемдәрендәге премиялар.

5.Йомғаҡлау.

Уҡытыусы:

  • Бөгөнгө дәресебеҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтергә кәрәк:

Егетлек бүрек кейеүҙә түгел, ә батырлыҡта, намыҫлы хеҙмәттә икән. Тырыш хеҙмәт, батырлыҡ бер ҡасан да эҙһеҙ ҡалмай, ул ҡасан да булһа халыҡ тарафынан баһалана. Киләсәктә һеҙгә ата-әсәләрегеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, яҡшы. Тырыш кешеләр булып үҫеп. Данлы кешеләр булырға яҙһын. Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә һеҙҙең турала гел яҡшы хәбәрҙәр генә йөрөһөн. Хеҙмәт яратып, яҡшыны ямандан айырып, тик файҙалы кешеләр кешеләр генә булып үҫегеҙ. Шул саҡта һеҙҙе маҡтарҙар ҙа, яратырҙар ҙа. Тик кеше даны булмаһынһеҙҙә, тик үҙегеҙҙеке - үҙегеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ даны. Дан ул - кәпәс түгел. Уны баштан башҡа йөрөтөп булмай.

6.Рефлексия - кроссворд сисеү ( бер уҡыусы интерактив таҡтала яҙа бара)

  • Ҡомартҡы һүҙенең синонимы ( мираҫ)

  • Мостайҙың ысын исеме (Мостафа)

  • Дәрестә ниндәй темаға һөйләштек?(дан)

  • Мостай Кәрим кем ул?(шағир)

  • Әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштар өсөн булдырылған премия исеме.(Бабич)

  • Төҙ атыусы һүҙен бер һүҙ менән алыштыр.(мәргән)


М

И

Р

А

Ҫ

М

О

С

Т

А

Ф

А

Д

А

Н

Ш

А

Ғ

И

Р

Б

А

Б

И

Ч

М

Ә

Р

Г

Ә

Н


7. Баһалау.

8.Өй эше:

1.Дан тураһында мәҡәлдәр,("3"-кә)

2.Дан тураһында мәҡәлдәр, 8-се һорауға яуап яҙырға("4"-кә).

3."Һинең эргәңдәге данлы кеше" темаһына мини интервью яҙырға

("5"-кә).


© 2010-2022