Башҡорт теле дәрестәрендә 1 уҡыусы - 1 компьютер моделен ҡулланыу

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Һеҙҙең иғтибарға "Башҡорт теле дәрестәрендә "1 уҡыусы:1 компьютер" моделен ҡулланыу" исемле темаға эш тәжрибәмде тәҡдим итәм.

Бөтәбеҙгә лә билдәле, 2011 йылдың 1 сентябрендә Рәсәй мәктәптәренең башланғыс кластарында яңы федераль дәүләт стандарттары индерелде.

Яңы быуын стандартының төп маҡсаты - уҡытыу сифатын күтәреү. Элек мәктәп белем биреү үҙәге булһа, хәҙер иһә уҡытыусы баланы тормошта маҡсат ҡуйып, уны үтәүгә ирешергә, мәғлүмәт табыу юлдарын өйрәтергә тейеш. Бала ҡуйылған маҡсатын ғәмәлгә ашырыу планын төҙөргә, фекерен асыҡ итеп еткерә белергә, һаулығын һаҡлау юлдарын да өйрәнеп сығырға тейеш мәктәптән. Китапты аҙағынаса яттан һөйләп, күнекмәләрҙе дөрөҫ итеп дәфтәренә күсереп кенә бала уҡыу алдынғыһы була алмай. Төрлө проблемаларҙы, мәсьәләләрҙе ижади сисеү юлдарын тапҡан уҡыусыларҙы тәрбиәләргә кәрәк беҙгә дәрестәрҙә.

XXI быуат уҡытыусыһы иң һуңғы мәғлүмәткә, инновацияларға эйә булырға тейеш. Шуға күрә, башҡорт теле дәрестәрендә электрон ресурстарҙы ҡулланыу - актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Башҡорт теле дәрестәрендә электрон ресурстарҙы ҡулланыу түбәндәге

маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:

  • уҡыу сифатын күтәреү;

  • уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү;

Бурыстар:

  • яңы электрон ресурстарҙы үҙләштереү;

  • уҡыусылар менән электрон белем биреүҙең мөмкинлектәрен файҙаланыу;

  • белем биреү процесын мауыҡтырғыс итеп үткәреү;

Яңы стандарт талаптарына ярашлы, беҙ уҡыусыларҙы яңы мәғлүмәти арауыҡта ориентирлашырға өйрәтергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта стандарт булмаған мәсьәләләр сисергә, командала эшләй белергә, эште үҙ аллы планлаштырырға һәм анализларға өйрәтеү ҙә - беҙҙең бурыс. Быларҙың барыһын да "1 уҡыусы:1 компьютер" моделе ярҙамында тормошҡа ашырырға мөмкин.

1999 йылда беренсе булып Капертон һәм Пейперт: "Һәр уҡыусының шәхси компьютеры булырға тейеш", - тигән идеяны яҡлап сығалар. Уларҙың идеяһына таянып, "Intel" компанияһы уҡыусыларҙың уҡышлы дәрестә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән "1 уҡыусы: 1 компьютер" программаһын уйлап таба. "1 уҡыусы:1 компьютер" моделе 40 илдә уңышлы эшләп килә. Был проект дәресте мауыҡтырғыс, мәғлүмәткә бай итеү менән бер рәттән, уҡытыусыларҙың эшен дә күпкә еңелләштерә. Мин үҙемдең компьютер артында ултырып ҡына, һәр уҡыусының эшен күҙәтә, иң яҡшы эштәрҙе өлгө итеп бөтә класка күрһәтә алам. Шулай уҡ һәр баланың телде белеү кимәлен иҫәпкә алып, һәр береһе менән индивидуаль эшләү еңелгә тура килә.

Ҡабатлау дәрестәрендә ҡыйынлыҡ тыуҙырған темалар менән күберәк эшләһәк, теманы нығытыу дәрестәрендә тестар үтәйбеҙ. Тестар программаһы ла уйланып эшләнгән - уҡытыусы тест һорауҙарын төҙөй, уны үтәү ваҡытын һайлай (ғәҙәттә 5-10 минут). Программа үҙе тестҡа бүленгән ваҡыт үткәс, уҡыусыларҙың эшен тамамлай һәм уҡыусылар эштәрен уҡытыусы компьютерына ебәрәләр. Программаға дөрөҫ яуаптар уҡытыусы менән индерелгән булғанлыҡтан, эштәр автоматик рәүештә тикшерелә һәм баһалар ҡуйыла. Һөҙөмтәләрҙе экранға сығарып, ҡыйынлыҡтар тыуҙырған һорауҙарҙы бергәләшеп тикшереп китәбеҙ - әлбиттә, был программаның тағы бер ыңғай яғы.

Ғилми-тикшеренеү эштәре өҫтөндә эшләгәндә лә, һәр уҡыусының нетбугы булыуы күп проблемаларҙы хәл итә. Уҡыусы интернет селтәренән үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте туплай. Һәр нетбукта башҡорт шрифтын булдырабыҙ, шунлыҡтан уҡыусы эше өҫтөндә үҙ аллы эшләү мөмкинлегенә эйә.

Әлбиттә, нетбуктар менән эшләгәндә уҡыусыларҙың һаулығын да күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Һәр дәрестә был эш төрөнә 15 минут ваҡыт ҡаралған, дөйөм дәрестәр буйынса ваҡыт күләме артып китмәһен өсөн, мәктәбебеҙҙә һәр класта, һәр предметта был эш төрөн ҡулланыу буйынса аҙналыҡ расписание төҙөлгән.

Был эш төрөн дәрестәрҙә системаға һалып ҡулланған осраҡта, уның бер зыяны юҡ, киреһенсә "1 уҡыусы - 1 компьютер" моделен ҡулланып үткәргән дәрестәр күпкә продуктив һөҙөмтәләргә эйә.


© 2010-2022