• Преподавателю
  • Другое
  • Гуманистическое наследие просветителей в культуре и образовании, приуроченной к Дням Мифтахетдина Акмуллы

Гуманистическое наследие просветителей в культуре и образовании, приуроченной к Дням Мифтахетдина Акмуллы

Раздел Другое
Класс -
Тип Научные работы
Автор
Дата
Формат rar
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

3

Д.Т. Ҡарасурина,

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,

141-се мәктәп, Өфө ҡалаһы

Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары

Үҙе тере саҡтан уҡ халыҡ күңеленең, заманының бөйөк улы булып танылған мәшһүр шағир Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй мираҫ ҡалдырҙы.

Дөйөм уяныу, башҡорт халҡының милләт булып формалашыу дәүерендә әҙәбиәткә килеп, ул исемдәре легендаға әйләнгән атаҡлы сәсндәрҙең, башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәтенең быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл традицияларын яңы шарттарҙа дауам иттерҙе, яҡтылыҡты, ғәҙеллекте, батырлыҡты, азатлыҡты данланы, яңырыу, мәғрифәтселек идеяларын арымай-талмай пропагандаланы.

Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) 12-се башҡорт кантоны Күл иле Мең олоҫо Туҡһанбай ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районына ҡарай) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатты бөтә Рәсәй империяһына киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары "Урал-Волга буйының Физулийы" тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә ул дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала.

«Мулла» төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, ғилем, аҡыл эйәһе тигән мәғәнәне һала. Мулламын тигән кеше иң әүәл донъяуи ғилемгә, һөнәргә эйә булырға һәм йәш быуынды ла шул рухта тәрбиәләргә тейеш. Аҡмулла үҙе лә сәсән-шағир ғына түгел, слесарлыҡҡа, тегенселеккә һәм башҡа донъя кәрәк-яраҡтары яһау оҫтәлығына эйә булған; балаларҙы ла үҙ туған телендә заманса уҡытырға һәм тәрбиәләргә тырышҡан. Шуға ла ҡаҙаҡ дуҫтары уға «Аҡ мулла» тигән исем ҡушҡандар. Был ҡушамат шағирҙың изге күңелле, саф йөрәкле, ғилемле һәм һөнәрле кеше икәнен аңлата. Аҡмулла, башҡорт ерендә формалашып, ғүмеренең ҙур өлөшөн әле башҡорт, әле ҡаҙаҡ донъяһында үткәргән. Шуға ла уның ижадында башҡортҡа башҡортса, ҡаҙаҡҡа - ҡаҙаҡса булып күренгән колоритлы үҙенсәлектәр ярылып ята. Аҡмулланың, башҡорттарым! тип өндәшеүе лә, ҡаҙағым, тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай. Уның поэзияһының был үҙенсәлеген әҙәбиәт белгесе Роберт Бикмөхәммәтов дөрөҫ тотоп алған. "Толпар", "йондоҙ ҡашҡа" һәм "шоңҡар" менән сағыштырыуҙарҙы,- киң картиналарҙа бирә.

Идея йүнәлеше йәһәтенән Аҡмулла поэзияһы шағирҙың дөйөм мәғрифәтселек ҡараштары менән билдәләнгән. Нимә тураһында ғына яҙмаһын, уның төп иғтибары һәр саҡ бер нәмәгә- әхләҡ, ғилем ,һөнәр, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Шуға ла уның шиғырҙары күбеһе өгөт-нәсихәткә ҡоролған, уларҙа белемгә, сафлыҡҡа, ғәҙеллеккә саҡырыу ҙур урын алған.

Аҡмулла ижадындағы Тыуған ил, туған халыҡ төшөнсәһе, патриотизм, юғары гражданлыҡ тойғоһо башҡорт халыҡ поэзияһынан, героик эпостарҙан килгән тыуған Уралды һаҡлау, ирек, азатлыҡ өсөн көрәш кеүек поэтик яңғырашлы мотивтарҙан айырылғыһыҙ.

Тыуған ил, тыуған тупраҡ тойғоһо, юғары гражданлыҡ пафосы поэзияһында, ҡағиҙә булараҡ, халыҡ тормошоноң һынылышлы, дәһшәтле дәүерҙәрендә айырыуса ныҡ сағыла.

Аҡмулла поэзияһының тағы бер үҙенсәлекле яғын әйтеп үтергә кәрәк. Ул- шағирҙың боронғо сәсәндәрҙән үк килгән традиция- халыҡҡа туранан-тура поэтик мөрәжәғәт, йәғни шиғри хитап алымын киң ҡулланыуы. Был да шулай уҡ поэзияла халыҡ тормошоноң һынылышлы моменттарында ғына барлыҡҡа килә торған көнкүренеш..

М.Аҡмулла поэзияһы жанр формалары һәм поэтик үҙенсәлектәр төрлөлөгө йәһәтенән ғәйәт бай ижад. Классик көнсығыш поэзияһынан килеп ингән робағи- Аҡмулланың иң яратып ҡулланған шиғыр төрө. Уның күпселек әҫәрҙәре шул робағи ҡалыбы менән яҙылған.

Аҡмулла поэзияһының башҡорт һәм ҡаҙаҡ ысынбарлығында тәрән тамырҙар ебәреп үҫеп сығыуын күрһәтеүсе мөһим бер деталь бар. Ул - шағирҙың был халыҡтарҙа боронғораҡ замандарҙа киң таралған йырау жанрына мөрәжәғәт итеүе.

Аҡмулла башҡорт поэзияһында беренселәрҙән булып шиғри хат яҙа. Шағирҙың был жанрҙа ижад иткән күренекле әҫәрҙәренең береһе - "Урыным- зиндан".

Аҡмулла ижадында уның дөйөм философик ҡараштарын, донъяның, йәшәйештең мәғәнәһе тураһында уйланыуҙарын сғылдырған, тәбиғәт күренештәренә, йыл миҙгелдәренә арналған лирик шиғырҙар циклы айырылып тора.

Тәбиғәткә арналған шиғырҙар циклында шағир йыш ҡына диалектик йәһәттән дөрөҫ шиғри асыштарға һәм дөйөмләштереүҙәргә өлгәшә, унда шағирҙың донъяға ҡараш офоҡтары тағы ла асылыбыраҡ китә, дини сикләнгәнлеккә бөтөнләй урын ҡалмай.

Аҡмулланың шиғырҙары дини мотивтарҙан азат булыуы, философик фекер тәрәнлеге менән иғтибарҙы айырыуса йәлеп итә. Рәшит Шәкүр билдәләүенсә, бөйөк әҙиптең тәбиғәт күренештәренә арналған шиғырҙар циклы башҡорт классик поэзияһының иң күркәм өлгөләре кимәлендә тора.

Шулай итеп, Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла үҙ халҡын мәғрифәткә өндәүсе сәсән шағир булып йәшәгән, үҙенең шәхсиәте менән дә, поэтик ижады менән дә халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең гүзәл өлгөләрен күрһәткән арҙаҡлы шәхес. Уның ҡараштары, идеялары, эстетикаһы, философик фекерҙәре стихиялы көрәш процесында тыуған һәм үҙ заманының,үҙ халҡының рухи байлығын эсенә алған, шул нигеҙҙә формалашҡан. Эйе, Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, бер яҡтан, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанышы, классик өлгөләре булһа, икенсенән, ул беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, был ғәҙелһеҙ донъяла әҙәм балаларының яралы күңеленә йыуаныс һәм таяныс. Бындай изгелекле миссия бары тик халыҡ өсөн йәшәп, бар ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған ысын халыҡ шағирҙарының ғына өлөшөнә төшә.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Аҡмулла. Шиғырҙар. Өфө:Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1981.

2. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. II том. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1990.

3. Ғ.Ҡунафин. XIX быуат башҡорт әҙәбиәте. Өфө: Китап, 2010.

4. М.Аҡмулла. Шиғырҙар. ANKARA, 2007.

5. Ә. Вильданов. Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1981. Ҡарасурина Д,Т., 2012



© 2010-2022