• Преподавателю
  • Другое
  • Олимпиада белем сифатын баһалауҙың альтернатив формаһы (Муниципаль, дистанцион, бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадалар, конкурстар хаҡында)

Олимпиада белем сифатын баһалауҙың альтернатив формаһы (Муниципаль, дистанцион, бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадалар, конкурстар хаҡында)

Олимпиада белем сифатын баһалауҙың альтернатив формаһы (Муниципаль, дистанцион, бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадалар, конкурстар хаҡында)     Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар! Әҙәбиәт йылы башланыу менән ҡотлайым. Ирек Кинйәбулатов: Башҡортостан һәр йыл мәҙәниәт, Әҙәбиәт иле булһын, тип, Теләйек беҙ, әҙәбиәт йылын Шәп әҫәрҙәр менән тулһын, тип. …Бына бәхет - Әҙәбиәт йылы! Әҙәбиәт йәшәй, Кеше, тип; Кешеләрҙе асыу, күтәреү ҙә -  бары уның иң төп эш, тип.  Был күренештең әһәмиәте бик ҙур, тип уйлай...
Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Олимпиада белем сифатын баһалауҙың альтернатив формаһы

(Муниципаль, дистанцион, бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадалар, конкурстар хаҡында)

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар! Әҙәбиәт йылы башланыу менән ҡотлайым. Ирек Кинйәбулатов:

Башҡортостан һәр йыл мәҙәниәт,

Әҙәбиәт иле булһын, тип,

Теләйек беҙ, әҙәбиәт йылын

Шәп әҫәрҙәр менән тулһын, тип.

…Бына бәхет - Әҙәбиәт йылы!

Әҙәбиәт йәшәй, Кеше, тип;

Кешеләрҙе асыу, күтәреү ҙә -

бары уның иң төп эш, тип.

Был күренештең әһәмиәте бик ҙур, тип уйлайым. Конкурстар һәм олипиадалар предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы ғына арттырып ҡалмай, уҡыусыларҙың темалар, өҫтәлмә әҙәбиәт буйынса эшендә әүҙемлеген, инициативалылығын (башланғыс), үҙаллылығын дәртләндерә. Улар кластан тыш сараларҙа уңайлы, уҡыусыларға үҙҙәренең уникаль ижади донъяһын формалаштырырға ярҙам итә. Олимпиадалар уҡыусы менән уҡытыусыны берләштерә, хеҙмәттәшлеккә теләк уята, шуның менән шәхси йүнәлешле уҡытыуҙа, проект эштәрендә киң мөмкинселектәр бирә.

Олимпиадаларҙың төп маҡсаты - үҫешеүгә һәм ижади эҙләнеүгә этәргес биреү. Шунан һуң уҡыусыларҙың фәнгә, белем алыуға ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡһыныу уяна, тип икеләнмәйсә әйтә алам. Бындай сараларҙа ҡатнашыу уҡыусының донъяға ҡарашын киңәйтә. Интелектуаль үҫешкә булышлыҡ итә, юғары класс уҡыусыларына профессиональ яҡтан үҙбилдәләнеүгә ярҙам итә. Хәҙерге заман кешеһенә кәрәк булған эҙләнеү, тикшеренеү сифаттарының үҫеүенә килтерә. Һәр бала, олимпиадала ҡатнашып, үҙенең маҡсатын юллай. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәп программаһына өҫтәмә эш. Был ваҡытта уның донъяны танып белеүе, уҡыуға мөнәсәбәте, фәнгә һәм сәнғәткә ҡарашы формалаша. Юғары класс уҡыусыларына үҙҙәренең белемдәрен күрһәтергә генә түгел, булдыҡлы икәнен дә күрһәтергә бер мөмкинселек. Конкурстарҙа ҡатнашҡан уҡыусыларға сертификат бирелгәнен дә онотмаҫҡа кәрәк. Улар үҙ сиратында мәктәпте бөткәндә характеристикаға, аттестатҡа белем алыуҙың икенсе баҫҡысына күсергә яҡшы өҫтәмә буласаҡ.

Уҡытыусылар дистанцион технологияларҙың эффектив эш ҡоралы икәнен аңлай башланылар. Шуның менән бергә уҡытыуҙың яңы формалары, методтары килеп сыға. Бындай белем биреү - махсус технологиялар ярҙамында уҡытыусыны, уҡыусыны төрлө географик региондарҙа булған информацион сығанаҡтарҙы берләштерә. Улар ауыл балалары, һәләтле балалар өсөн перспективалы. Интернетты ҡулланыу телкоммуникацин белем биреү проекттары традицион уҡытыуҙан дистанционға күсеүҙең бер формаһы. Улар мәктәп тормошона итрерактив, рефлексия төшөнсәләрен индерә.

Дәүләт масштабында бындай олимпиадалар талантлы балаларҙы эҙләргә ярҙам итә. Унда уҡыусылар үҙҙәре һәм төркөм менән ҡатнаша ала. Ойоштороусылар заявка (ғариза), үҙҙәре тураһында мәғлүмәт биреүҙәрен һорай. Уларҙы үткәреү технологияһы йылдан-йыл үҙгәрә (темаһы, талаптары, этаптары).

Олимпиада төрҙәре. Уҡытыу (обучающие), эвристик, вебсайт төҙөгән уҡыусылар өсөн, тест формаһында (Аҡмулла олимпиадалары ике турҙа, ауылымдың тарихы, һөйләше, педагогик династиялар).

Тест формаһындағы олимпиадаларҙа талаптар: эш кимәле мәктәп программаһынан сыҡмаҫҡа тейеш, һорауҙар һәм мәсьәләләр бик ауыр ҙа, еңел дә булырға тейеш түгел. Бындай конкурс күп баланы тиҙ рәүештә тикшерергә мөмкинселек бирә. Онлайн тестар БДИ-ға әҙерләнгәндә, үҙҙәренең IQ (интеллект коэффициентын) билдәләргә уңайлы. Хәҙерге балалар былай ҙа компьютер алдында ултыра тиерһегеҙ. Әҙ генә ситкә китәм. Уларҙы дөрөҫ йүнәлеш буйынса өйрәтергә кәрәк. Уҡыусыларҙың бит күбеһе PowerPoint программаһын, компьютерҙың хәүефһеҙлеге (безопасность) хаҡында уйламай бит. Ул компьютер атай-әсәй аҡсаһына алынған. Уны ҡәҙерләргә кәрәклекте беҙ аңлатырға тейеш. Уйын, лайк ҡуйыу, аралашыу тигән булалар. Мин дәрестә әйтәм, ул виртуаль аралашыу, Ә бына дәрес ваҡытында ысын аралашыу тигән фекерҙе еткерергә тырышам.

Был термин 1997 йылда ингән. Бындай саралар традицион уҡытыуҙың етешһеҙлектәрен еңеп сығырға ярҙам була координаторҙар фекере буйынса.

Уҡытыу олимпиадаларында мәктәп программаһынан тыш материалдар бирелә. Ике төрө - викторина (бер ике ай бара ), турнир ( өс ай бара командалап).

Эвристик олимпиадалар - "Эйдос" тигән дистанцион белем биреү үҙәгенең директоры педагогия фәндәре докторы Андрей Викторович Хуторский Рәсәй фәндәр академияһы менән берлектә уйлап сығарған һәм төҙөгән. Бында ижади һәләттәрҙе күрһәтеү мөһим. Уйлап сығарырға, төҙөргә кәрәк. Предмет буйынса, предмет-ара, профиль буйынса үткәрәләр. Был эвристик олимпиадалар эпизодик күренеш түгел, тиң хоҡуҡлы уҡытыу формаһы, контроль, тикшереү эштәре кеүек. Традицион уҡытыуҙа беҙ башта уҡыусыға белем бирәбеҙ, унан ул уны практикала ҡуллана, ә бында теоретик белем алыу тәжрибә менән бергә бара. Уҡытыу прроцесының катализаторы (тиҙлеген арттыра) булып сыға.

Етешһеҙлек яҡтары ла бар, әлбиттә. Телекоммунмкацион селтәр тейешле кимәлдә түгел, компьютер грамоталылығы, мәҙәниәте түбәнерәк, дистанцион олимпиадаларға түләргә кәрәк. Уны бит көн дә эшләмәйһең. Йылына бер тапҡыр мөмкин. Уның тәмен белгәс, икенсе тапҡыр үҙенән үҙе эшләһе киләсәк, тип уйлайым. Аппетит ашау ваҡытында килә бит. Бында ла шулай уҡ.

Уҡытыусы бында ҡатнашыуҙы үҙенең предметының бер бүлеге өсөн билдә ҡуя ала.

Милли белем биреү башланғысы булған "Наша новая школа" мәктәптә белем биреүҙең төп һөҙөмтәһе былай ти: "соответствие целям опережающего развития". Беҙ әҙер белемде генә биреп ҡалмайбыҙ, ижади белдеклелекте (компетентность) формалаштырабыҙ.

Олимпиадаларҙың тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур: кластан тыш сараларҙың бер төрө, үҙаллылыҡты, эҙләнеү эштәрен башҡарыу күнекмәләрен үҫтереү.

Шулай итеп, олимпиадалар ул интеллектуаль ярыш, уҡыусыларҙың белем алыуға теләктәрен булдырыуҙың, белем сифатын баһалауҙың бер формаһы.

"Йәшлек" гәзите эсендә "Әҙәби асман" тигән гәзит сыға башланы.

  • Р. Бикбаев (1995-2011)

  • Юлдашбаев, Азамат Рамилевич (2011-2011)

  • Кадим Аралбай (и.о. председателя; 2011-2012)

  • Туйгунов, Риф Галимович (2012-2014).

  • Наиль Гаитбаев (2014 - )

Унда Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев менән әңгәмә бар Гөлнур Ҡыуатова әңгәмәләшкән. Өфө урамдарында башҡортса баннерҙар барлыҡҡа килгән. "Ауыҙ күрке - тел, телдең күрке - һүҙ" Башҡорт халыҡ мәҡәле. Ғайса Хөсәйенов "Китап уҡымаған әҙәм - сәскә атмаған әҙәм". Был бит яҡшы күренеш. Фаҡиһа Туғыҙбаева Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Башҡорт шиғриәтендә юғары исем алған тәүге ҡатын-ҡыҙ!

1. // Педагогическое обозрение апрель 2011 г. №4

5

© 2010-2022