Урок башкирского языка (5 класс)

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Дәрес темаһы: Ә.Әминевтың "Әсикмәк" хикәйәһен өйрәнеү.

Маҡсат: Уҡыусыларҙың Яҙыу Һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, әҫәргә ҡарата фекеркңде әйтергә өйрәтеү. Ветерандарға, Ватанды Һаҡлаусыларға, әсәйҙәргә һөйөү, хөрмәт, ихтирам, ғорурланыу хистәре тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Мультимедиа проекторы, интерактив таҡта, Ә.Әминевтың фоторәсеме, китаптары, "Ағиҙел" журналы.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле. Маҡсаттар әйтеү, баһалау тураһында әйтеү (ҡағыҙ битенә + ҡуйыу)

Яҙын сәсәләр,
Көҙөн уралар,
Тирмәндә тарталар.
Нимә ул?

- Дөрөҫ, икмәк. Икмәк - беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ.

- Нисек уйлайһығыҙ балалар бөгөн ниндәй тема буласаҡ? = икмәк тураһында

  • Икмәк тураһында план төҙөйөк. Дәрестә нимә эшләрбеҙ? (Хикәйә уҡырбыҙ, мәҡәлдәр әйтербеҙ, йомаҡтар ҡойорбоҙ, икмәкте ҡәҙерләргә өйрәнербеҙ)

Өй эшен тикшереү. Кем икмәк тураһында мәҡәлдәр,йомаҡтар белә?

-Икмәк - ил байлығы. -Икмәктән оло аш юҡ. -Ерҙе һөйгән ас булмаҫ.

- Икмәкте ер уңдырмай, тир уңдыра.

Икмәк, әпей- әпекәй... Сығыштар (Йомаҡтар, мәҡәлдәр)

-Күкрәктәренә терәп икмәк киҫкәндә әсәләр ана шулай ҡәҙерләп әйтәләр.

Уҡыусылар, һеҙ күпме ашаһағыҙ ҙа ашай алаһығыҙ.

-Һәр вакытта шулай булган микән һуң?

- Ә бына һуғыш вакытында нисек булды микән? (Ленинград блокадаһы-сығыш)



  1. - Таңдарыбыҙ тыныс атһын, көндәребеҙ бәрәкәтле үтһен, татлы йоҡоларыбыҙ бүленмәһен өсөн һалдаттар көн-төн ил сигендә һаҡта тора. Февраль айында барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерлә байрам-Ватан һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ.

-Уҡыусылар, кемдәрҙең олатай-өләсәйҙәре, туғандары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан? -йә атайҙары армия сафтарында хеҙмәт иткән, йә ағайҙары Ватанды һаҡлай? (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

3. Дәрестең темаһы менән таныштырыу.

-Бөгөн һуғыш темаһына арналған, икмәкте ҡәҙерләргә өйрәтә торған тағы бер әҫәр менән танышасаҡбыҙ. Ул "Әсикмәк" тип атала. тема., число яҙыла

- Был әҫәрҙе яҙыусы Әмир Әминев ижад иткән. Ул әле "Ағиҙел" әҙәби журналының баш мөхәррире. Яҙыусының бик күп китаптары донъя күргән(Уның китаптары, "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәрҙәре бергә төшкән фотоһы.) Әмир Әминев та, атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ кеүек , Ватаныбыҙҙы һаҡлап армия сафында хеҙмәт иткән.

4.Һүҙлек эше.

-Текст менән танышҡанға тиклем, унда осраясаҡ һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлайыҡ.

Хәбәрһеҙ юғалған-пропал без вести; төш юрау-толковать сон; эңер-ҡояш байыйған ваҡыт-сумерки; йыуатыу-утешать.

5. Әҫәрҙе уҡыр алдынан һорауҙарға иғтибар итегеҙ (таҡтала асыла)- Әҫәрҙең төп геройы кем? - Сәрби әбей ниндәй төш күрә, уны нимәгә юрай? -Тимерйән тигән исемгә ниндәй мәғәнә һалынған? - Сәрби әбей икмәкте ни өсөн һалдатҡа биреп ебәрә?

6. Ә.Әминевтың "Әсикмәк" хикәйәһен уҡытыусы ҡысҡырып уҡый.

-сылбырлы уҡыу

7. Донъялар булһын тыныс,

Кәрәкмәй беҙгә һуғыш! Физтәнәфес- хәрәкәттәр менән

8. Текст йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

-Ни өсөн Сәрби әбей яңғыҙ йәшәй?

-Улы Тимерйәндең һуғыштан ҡайтмауына нисә йыл үткән?

- Әбей кемгә өмөтләнеп йәшәй? Уның йыуанысы нимәлә?

- Тимерйәндең хаты тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

- Тимерйәндең хатында әсәһенә яҙған һүҙҙәрен текстан табығыҙ. "Тимергә ни булыр?" тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

- Сәрби әбейҙе тағы ла нимә борсой? Ни өсөн ул икмәкте бешерергә була? - Тимерйән хатында икмәк тураһында нимә тип яҙа?

- Әҫәр ни өсөн "Әсикмәк" тип атала? -Әсәләр улдарын көтә, әсәләр һәр ваҡыт балаларын ҡайғырта

8. Уҡыусыларҙың фекерен, дөйөмләштереп, йомғаҡлау.

10. Ижади эш. Өсмөйөшлө хаттар эшләү.

-Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылдан-йыл кәмей бара, беҙ уларҙы хөрмәт һәм ихтирам итергә тейешбеҙ.Сәрби әбей улы Тимерйәндең өсмөйөш хатын уҡыта ла уҡыта. Тимәк ошо хаттар улар өсөн ҡәҙерле булғандар. Ә ни өсөн ошо хаттар өсмөйөшлө?

Һуғыш ваҡытында һалдаттар ошондай өскөл һалдат хаттары яҙғандар. 10-се слайд. Хәҙер һеҙгә шундай ижади өйгә эш тәҡдим ителә; 1-се төркөм-һуғыш ветерандарына, 2-се төркөм бөгөнгө һалдаттарға хат яҙа.(Хаттарҙы уҡыу)11-се слайд

11. Рефлексия - Дәрес оҡшанымы? Нимәгә өйрәндек? Ниндәй яңы мәғлүмәт белдегеҙ?-Тамғаларҙы сутлап үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ көндәлектәргә.

Дәресте йомғаҡлау һәм баһалау.



Ленинград блокадаһы Бөйөк Ватан һуғышының иң оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиғаларының береһе. 871көн фашистар ҡамауында булған ҡаланы совет һалдаттары азат итеүенә быйыл 70 йыл тула.

Ленинград блокадаһы 1941 йылдың 8 сентябрендә башланып, 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем дауам итә.

Бөйөк Ватан суғышында икмәкте карточкаға ғына биргәндәр.Был карточкалар нисек ҡыйбат булғандар.Әгәр ҙә инде ул карточканы юғалтһаң, 1 айға икмәкһеҙ ҡалаһың тигән һүҙ.Шул карточкаға 250 грамм икмәк тейгән.. Ленинград хәзерге ваҡытта Санкт- Петербург ҡалаһы. Уны немец фашисттары солғап алгас, ҡаланан сығып булмай, кереп булмай. Аслык башлана.

900-гә яҡын көн һәм төн буйы ҡаланы һаҡлау кешелек тарихындағы сағыштырғыһыҙ ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Блокаданы өҙөү совет ғәскәрҙәре өсөн генә түгел, көн-төн хеҙмәт итеп, Совет армияһын кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеп торған бар ил халҡы өсөн көтөп алынған ваҡиға була.



© 2010-2022