Урок по башкирскому языку на тему Наречие (7 класс)

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Маҡсат: Р.Шәкүрҙең шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү; шиғырҙың идея-тематик асыу; рәүеш темаһын үҙләштереү.

Дәрес барышы:

Психологик инеш.

  • Һаумыһығыҙ, балалар. Хәйерле көн. Таныш булайыҡ мин Янбаева Э.И.. бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышабыҙ. Уңыштар теләйбеҙ.

Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

Видео ҡарап темаға сығыу.

Хәҙер видеотаҫма ҡарайбыҙ. Ихтибар менән ҡарайбыҙ, бәлки дәрестең темаһын үҙегеҙ әйтә алырһығыҙ. Нимәләр күрҙегеҙ? Ниндәй хис тойғолар тыуҙырҙы? Һаҡсылыр тураһында әңгәмә. Һалдатҡа ниндәй сифаттар хас.

- Нисек уйлайһығыҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

«Интеллектуаль ҡаршылыҡ"ситуацияһын тыуҙырыу.

- Беҙ танышасаҡ шиғыр М. Ғафуриҙың «Гөлдәр баҡсаһында" тип атала. Дәфтәрҙәргә яҙыу. (число, тема )

- Автор шиғырын ни өсөн «Гөлдәр баҡсаһында" тип атаған икән? Дәрес аҙағында үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтергә әҙерләнегеҙ. Бәлки икенсе төрлө исем бирергә лә мөмкиндер? Килешмәүселәрҙә барҙыр бәлки?

Маҡсатты хәл итеү.

Һүҙлек һүҙҙәре

Тексты уҡыр алдынан һүҙлек һүҙҙәре өҫтөндә эш. Дөрөҫ уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу.

Изге-

Ҡеүәт-

Ҡөҙрәт-

Ҡыйғыр-

Сафта-

Һөйөп-

Төйәк-

Имен-аман-

Уҡытыусының уҡыуы, уҡыусылырҙың башҡорт телендә генә уҡыу.

Бирелгән һүҙҙәр буйынса фараз итеп ҡарайыҡ. Нимә тураһында һүҙ бара икән? Мөмкин һүҙбәйләнештәр менән генә әйтергә.

- Әйҙәгеҙ, шиғырға күҙ һалайыҡ, мин уҡыйым ә һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ. Уҡытыусы тарафынан тасуири уҡыла.

Уҡыусылар, нимә тураһында һүҙ бара? Ниндәй тойғолар тыуҙыра?

Тексты аңлауҙарын, һорауҙар ярҙамында тикшереү.

Сылбырлы уҡыу. Уҡыусыларҙың уҡыуы.

Шулай итеп Р.Шәкүрҙең был шиғыры нимә тураһында? К ем үҙен ҡыҙыҡһ ындырған һорауға яуап таба алманы, үҙ һорауҙарығыҙҙы бер-берегеҙгә биреп ҡарағыҙ.

Шиғырға анализ.

  1. Шиғырҙа ниндәй образдар бирелгән?

  2. Әҫәрҙең төҙөлөшө. Жанры.

  3. Һүрәтләү саралары.

  4. Темаһы.

  5. Проблемаһы.

Һалдатҡа ниндәй сифаттар хас булырға тейеш? ( илһөйәр, намыҫлы, батыр, тоғро)

Был әҫәрҙә ниндәй осор тураһында һүҙ бара?

Яуап.

-Ни өсөн шиғыр "Һаҡта тора илдең улдары" тип атала?

-Шиғырҙы нисә өлөшкә бүлеп була?

"Һаҡта тора илдең улдары" шиғырын яҙып, автор нимә тип әйтергә теләгән?

Шиғырҙа Тыуған ил образы нисек һүрәтләнгән?

Һаҡсылырының төп маҡсаты нимәлә?

Ял минуты.

Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ. Хәҙер үҙегеҙҙе тәбиғәт ҡосағында тип хис итегеҙ. Матур аҡлан, зәңгәр күктән ҡояш йылмая, төрлө-төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала, уларға оҡшаған күбәләктәр сәскәнән сәскәгә ҡуна... Яҡында ғына ҡоштар һайрай, сылтыр-сылтыр шишмә йырлай. Һеҙгә рәхәт, бөтә тәнегеҙ ял итә...

Ә хәҙер ипләп кенә күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ, кирелеп алабыҙ, уң яҡтағы күршебеҙгә йылмаябыҙ һәм дәресебеҙҙе итәбеҙ

© 2010-2022