Исследовательская работа «Курай-башкирский национальный инструмент!»

"Описание материала: Работа Миндиярова Ильгизара посвящена башкирскому национальному инструменту кураю. В работе рассказывается о к видах курая , происхождение курая. "Выдержка из материала: Инеш Башҡорт халҡы - борон-борондан тәбиғәт балаһы булған. Шуға ла уларҙың тормошонда халыҡ музыка ҡоралдары ҙур урын тотҡан: хәҙерге көндә лә уйнатылған ҡурай һәм ҡумыҙ ( XIII-XIV быуаттар),ҡыллы инструмент –думбыра( XVIII- XIX быуаттар), хәҙер онотола барған – ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, борғо, думбырҙаҡ,ша...
Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Министерство образования

Республики Башкортостан

МБОУ СОШ №1 г.Янаул










Исследовательская работа на тему:

«Курай- воспитывающий инструмент башкирского народа»











Выполнил: ученик 7-го класса

МБОУ СОШ №1 г.Янаул

Республики Башкортостан

Миндияров Ильгизар

Научный руководитель:

Фаршатова Альфия Анваровна,

учитель башкирского языка и литературы,

Отличник образования Республики Башкортостан



Янаул- 2013

Башҡортостан Республикаһы

Мәғариф министрлығы

Яңауыл муниципаль районы мәғариф бүлеге

МБДББУ Яңауыл ҡалаһы 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе


Эҙләнеү эшенең темаһы:

Ҡурай - ул халыҡтың йәнен имләүсе, тәрбиәләүсе ҡорал


Башҡарҙы: Яңауыл ҡалаһы 1-се һанлы

урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

7-се класс уҡыусыһы

Миндейәров Илгизәр

Етәксеһе: башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы


Яңауыл- 2013

Йөкмәткеһе

1.Инеш 3 -4

2.Төп өлөш 5-7

Ҡурай - ул халыҡтың йәнен имләүсе, тәрбиәләүсе ҡорал

3.Йомғаҡлау 8

4.Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге 9

5.Ҡушымта







Инеш

Башҡорт халҡы - борон-борондан тәбиғәт балаһы булған. Шуға ла уларҙың тормошонда халыҡ музыка ҡоралдары ҙур урын тотҡан: хәҙерге көндә лә уйнатылған ҡурай һәм ҡумыҙ ( XIII-XIV быуаттар),ҡыллы инструмент -думбыра

( XVIII- XIX быуаттар), хәҙер онотола барған - ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, борғо, думбырҙаҡ,шаҡылдаҡ, ятаған.Шулай уҡ төрлө һыҙғыртҡыстар, ағас һәм үлән япраҡтары, көнкүреш кәрәк-ярағы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө биҙәүестәренең шалтырауыҡтары һәм башҡалар ҡулланылған.

Эшебеҙҙең актуаллеге. Халыҡтың йәнен имләүсе, тәрбиәләүсе, милләтебеҙҙең асылын, тамырын һутландырыусы ҡурайҙы инновацион технологиялар,нанотехнологиялар заманында һаҡлап ҡалыу.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты

  • Ҡурайсылар борон-борондан илаһи, тәбиғи музыка ҡоралы аша быуаттарҙан быуаттарға рухи көс биреп, халҡыбыҙ тарихын яҙып килә. Ҡурайҙы, ҡурай менән бергә халҡыбыҙ мәртәбәһен һаҡлаусы уйын ҡоралы тураһында белемде арттырыу.

  • Тиҫтерҙәремдә ҡурайға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

  • Ҡурай тарихын өйрәнеү;

  • Башҡорт уйын ҡоралының бөйөклөгөн данлау.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

Йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдар артабан башҡорт халҡының уйын ҡоралдарын өйрәнеүҙә,мәктәп музейында файҙаланыла ала. Тикшеренеү һығымталарын төрлө кисәләрҙә ҡулланырға мөмкин.

Структураһы - тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

XIX быуаттың икенсе яртыһында Европа уйын ҡоралдары киң ҡулланыла башлай: гармун, тальян гармун, скрипка, мандолина. XX быуаттың беренсе яртыһында баян ҡулланыла башлай.

Ҡурай, думбыра, ҡумыҙ бик борондан ҡулланылһа ла,хәҙер ҙә үҙенең ҡулланышын юғалтмай.Ул төрлө байрамдарҙың,йыйындарҙың биҙәге булып тора.Ҡурайҙы -тынлы музыка ҡоралдары донъяһында ғәжәйеп нәмә, тип иҫәпләй рус әҙәбиәте классигы,беҙҙең яҡташыбыҙ С.Т.Аксаков.Икенсе бер яҡташыбыҙ яҙыусы В.Зефиров башҡорт ҡурайының әҫәрләндергес тауышын

« икһеҙ-сикһеҙ урман һәм далалар симфонияһы » тип атай.







Ҡурай - ул халыҡтың йәнен имләүсе, тәрбиәләүсе ҡорал

Башҡорт халҡының милли ҡоралдары араһында иң данлыҡлыһы-ҡурай.Был музыка ҡоралы башҡорттарҙың рухи мәҙәниәте алыҫ мең йыллыҡтар төпкөлөнән килгән ҙур тарихы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ҡурайҙы музыка белгестәре флейта,һыбыҙғы менән сағыштыра,уны буй флейтаның йә булмаһа һыбыҙғының бер төрө тип атайҙар һәм уның бик боронғо музыка ҡоралы булыуын раҫлайҙар.

Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.

922 йылда башҡорт ерҙәре аша ғәрәп илсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан Болғар ханлығына барған. Шунда халҡыбыҙҙың ҡурай тигән уйын ҡоралы булыуы хаҡында һәм үҙе ишеткән «Сыңрау торна» көйө тураһында яҙып ҡалдырған.

Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металлдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланғандар. Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурай тартып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар.

XX быуат аҙағынан шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләү киң үҫеш алды. Был төр ҡурайҙарҙы эшләү ысулын оҫта Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан һәм ҡулланыуға индергән. Йоҡа шпонды эҫе һыуҙа еүешләйҙәр, унан һуң елем һөртөп, кәрәкле йыуанлыҡтағы ҡалыпҡа төрәләр. Заманса ҡурайҙар 570-810 мм оҙонлоҡта эшләнә һәм төрлө тауыш өндәренә көйләнә.

Ҡурай -ул үлән.Эсе ҡыуыш көпшә булып ҡураған үләндән яһалған музыка ҡоралы булғанға ул ҡурай тип аталған.Артабан инде ниндәй генә материалдан эшләнһә лә,ул барыбер ҡурай тип атала. Бер йыр һүҙҙәренә иғтибар итәйек:

Таштуғайҡай,һинең ҡамышыңды

Сор ҡурайҡай итеп тартайым,-

тип йырлаған ялан яғына килен булып төшкөн ҡатай ҡыҙы.Тимәк,халҡыбыҙҙа сор ҡурай ҙа булған.

Сор ҡурайҙы ысын Урал ҡурайы булмаған ерҙәрҙә яһап уйнағандар.Ул да,әлбиттә,ҡыу үлән көпшәһе.Халыҡ оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов әйтеүенсә,баш яғы,һыбыҙғы һымағыраҡ,45-60 градустар самаһы ҡыя итеп ҡырҡыла,шунда уҡ һыҙғырыр өсөн тишек тишелә.Исеменән үк-«сор» тигәндән күренеүенсә,уның тәғәйенләнеше иң элек сигнал биреү хәжәтенән килә булһа кәрәк.

Башҡорттар тылсымлы ҡурайы аша ҡайғыһын да, шатлығын да еткергән, һағышын да таратҡан. Ҡурай моңонда халҡыбыҙҙың сал тарихы, ата-бабаларыбыҙҙың ҡарһүҙе, хис-тойғолары сағылыш тапҡан. Был мөғжизәле моң сығанағы, үҙенә генә хас сифаттарын юғалтмайынса, бөгөнгө көнгәсә һаҡланған.

Ҡурай моңон ишетеп, был моңды һәм ҡурайҙы халыҡҡа еткергән егет тураһында башҡорт халыҡ әкиәте бәйән итә. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көй килгән урынды эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай тартырға, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә.

Ҡурай - ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп музыка ҡоралы. Моң эйәһе. Ул тәбиғәттең бар асылын, моңон үҙенә һеңдереп тәбиғәт ҡосағында үҫә, шуға күрә уның кешеләр күңеленә дауа булыуына ла, бәндәләргә илһам биреүенә лә, мөҡәддәс тойғолар уятыуына ла һис ғәжәпләнергә түгел. Ул тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үк бөйөк.

Ҡурайҙың көсө хаҡында халыҡ араһында бик күп риүәйәттәр йәшәй. Тағы береһен иҫкә алып китәйек. Егете яуҙа һәләк булған ҡыҙ баланы ҡайғы баҫа, ул һарыға һабыша, әммә илай алмай, көндән-көн кибә. Боронғо йолалар буйынса уны өзләп тә, сеңләп тә, бәйет әйтеп тә илатырға, йөрәгенә таш булып ятҡан ҡайғыһын сығартырға тырышалар, әммә бер нәмә лә ярҙам итмәй. Ҡыҙ бала үҙе таш һын булып ҡатҡан. Ҡыҙ баланың ҡаты ҡайғыға батыуын ишетеп, ҡурайында көй уйнай-уйнай уларҙың йортона ҡурайсы килеп инә. Ҡурай моңонан һиҫкәнгән ҡыҙ бала башта нимә эшләргә белмәй, урамға йүгереп сыға, кире өйгә инә. Оҙаҡ уйнай ҡурайсы. Үҙәккә үткес көй уның йәненә инеп ултырған ҡайғыһын ҡыуып сығарып, йәшәүгә ынтылыш, өмөт уята: ҡыҙ бала буҫығып-буҫығып илап ебәрә. Бына был хикәйә, минеңсә, ҡурай моңоноң көсө хаҡында һөйләй.

Донъяға билдәле саксофонсы Пол Винтер халыҡ музыка ҡоралдарын өйрәнә, улар ярҙамында фестивалдәр эшләй, көйҙәрҙе тәбиғи асылында тамашасыға еткереү яҡлы. "Сыңрау торна"ны ишеткәс, ул: "Башҡорт халҡын һаҡлай торған көй", тип әйтә.





Йомғаҡлау

Башҡорттар үҙҙәренең оҙон һәм ауыр тарих юлдарын йыр менән,ҡурай менән бергә үткәндәр. Ғәҙәти бер ҡыу һабаҡтан яһалған ,ҡарамаҡҡа иң ябай был уйын ҡоралы беҙҙең халҡыбыҙҙың рухи бөйөклөгөн,ижади даһилығын раҫлаусы,уның берсә моң-зарын әйтеп бирә алыусы,ярһыу йөрәк тибешен быуындарҙан-быуындарға еткереүсе донъялағы иң тылсымлы музыка ҡоралына әйләнгән.Ул башҡорт халҡының музыкаль -поэтик гимны булып күтәрелгән атаҡлы « Урал» йырына ҡанат ҡуйған.

Матурлыҡ донъяһында йәшәгән кешенең ғүмере оҙон була,сөнки ул ығы-зығыға иғтибар итмәй,ваҡ-төйәккә көймәй,үҙен-үҙе бөтөрмәй. Ҡурай уйнаған кешенең тыны оҙон,тын юлдары иркен ,күкрәге киң була. Был инде үпкәләрҙең һаулығына килтерә.

XX быуатта ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем һүнеп, унда уйнарға өйрәнеү бик ныҡ кәмегәйне. Һуңғы ваҡытта ҡурайға ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Бик күп ҡурайсылар төркөмө ойошторолған. Йыл һайын республика күләмендә ҙур күләмле ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Был бәйге күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев исемен йөрөтә. Ҡурайсылар берләшмәһе төҙөлгән, уның беренсе президенты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов.

Ҡурай - үлән генә түгел, ҡурай - ул халыҡтың йәнен имләүсе, тәрбиәләүсе, милләтебеҙҙең асылын, тамырын һутландырыусы. Ҡурай - уға йән өрөүсе ҡурайсыһы булғанда ғына тылсым таяғы. Унһыҙ ул - ҡоро ҡыу һабаҡ. Оҫта ҡурайсы уны һандуғас урынына һайратыр, кәкүк булып саҡыртыр.

Данлы ҡурайыбыҙҙың данын таратыр өсөн үҙ өлөшөмде мин дә индерергә булдым.Ҡанатланып ҡурай түңәрәгенә йөрөйөм.


Ҡулланылған әҙәбиәт

1.И.Д.Бураҡаев,М.С.Бураҡаева,М.Б. Юлмөхәмәтов Тормош һабаҡтары.

Өсөнсө баҫма.- Өфө :Китап,2005, 61-79 -сы биттәр

2. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары Өфө : Китап нәшриәте,1989,

123-134 -се биттәр

3. Л.Л.Тукбаева Башкирская музыкальная культура - Бирск,2003, с.40-56

4. ba.wikipedia.org/

5. folk48.narod.ru/

6. student.zoomru.ru/muzik

7. soyuzkuraistovrb.ru/

8. akbuzat-br.ru





Ҡушымта

Ҡурай (башҡорт халыҡ йыры)

Урал ғына тауҙың, ай, башында

Урай-урай үҫкән бер ҡурай.

Шул ҡурайҙы алып, бер тартты ниһәң,

Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай.

Йүгереп кенә мендем, ай, үҙәндән,

Таҡыя ла ғына башлы ҡурайға.

Ҡая ташҡа баҫып, ҡурай тарттым,

Эштәр китмәҫме тип уңайға.

Таҡыя ғына башлы ҡырлы ҡурай,

Моңло ғына итеп уйнайым.

Ҡурайҡайым еңел, көйө ауыр,

Еңел көйкәйҙәрҙе уйлайым.

Тартсы әле, егет, ҡурайыңды,

Ауыр донъя еңел тойолһон.

Эскенәйем тулы ҡайғы-хәсрәт

Ҡурай моңо менән ҡойолһон.

Курай (башкирская народная песня)

Урала гор, ай, на вершине

Извиваясь, вырос курай.

Если, взяв этот курай, сыграешь,

Горе-печаль утихает немного.

Бегом поднялся я, ай, из долины

К кураю, чей цветок как шапочка "такыя".

Ступив на скалу, заиграл на курае,

Подумав, не пойдут ли дела на лад.

На ребристом курае, чей цветок как шапочка "такыя",

Я мелодично играю.

Мой курай легок, мелодия тяжела,

Я думаю о легких мелодиях.

Сыграй, джигит, на своем курае,

Пусть тяжелый мир покажется легким.

Пусть горе-печаль, наполнившее мою душу,

С мелодией курая изольется.

Ҡурай!

Һин бит нисә быуаттар

Йәндә- йәрәхәттәр имсеһе,

Шәжәрәһе халыҡ рухының,

Уралымдың, гүйә, илсеһе.

Курай (А. Игебаев)

Когда я слушаю курай,

То радость льётся через край.

Неприхотлив и невелик

Курая песенный родник.

Тростинку срежу я в лесу,

Домой с собою унесу.

И только дуну в свежий срез, -

Как зашумит уральский лес.

И зажурчит наверняка,

В ней мелодичная река.

Держу курай… В родном краю

Я песни звонкие пою.

Курай (М. Гали)

Ах, как мне нравится курай!

Ах, как на нём мой брат играет!

Прошу я брата: "Поиграй

Ещё немного на курае!

Как это палочка поёт?

Хочу понять - не понимаю

Я вот уже, который год

Над этим голову ломаю".

А брат смеётся мне в ответ

И подаёт курай: "Пойми ты:

Он открывает свой секрет

Лишь настоящему джигиту".

Нет, я не стану горевать,

Я от обиды не заплачу:

Я завтра ж научусь играть -

Какой же я джигит иначе?!

Сказка о курае

В давние времена жил один хан. Хан этот был очень злой и жадный. Он жестоко угнетал народ.

Каждую неделю он брил себе голову, для этого хан призывал всякий раз нового человека и домой его не отпускал. Народ был в постоянном страхе и так запуган, что люди не знали, как спастись от хана, ослушаться которого никто не смел.

Однажды хан позвал к себе сына одних бедных стариков. У них было три сына. Пошел к хану старший сын и не вернулся. Через неделю хан позвал другого сына. Пошел к хану средний сын и тоже не вернулся домой. Старик со старухой были в отчаянии. Через неделю пришли от хана звать и последнего сына.

Жили старики очень бедно. Все, что у них было съестного, мать уже отдала на дорогу старшему и среднему сыновьям, а младшему нечего было и дать. Старик со старухой были очень этим опечалены. Но мать все же придумала, что дать на дорогу сыну. Она замесила на своем молоке тесто из лебеды и напекла лепешек. Взял егет эти лепешки, распростился с родителями и отправился в путь.

Вышел он на пригорок, оглянулся в последний раз на родные места, где он родился и вырос, и с великой тоской на сердце запел, прощаясь с родным Ирандёком, с журчащими ручьями, душистыми лужками и кустарниками, с тенистым лесом и родными горами.

Через несколько дней дошел егет до ханского дворца. Как только его привели к хану, хан дал ему свою остро отточенную бритву и приказал обрить ему голову.

Хан снял корону, и егет замер от удивления: на голове у хана торчал рог. Но удивляться было некогда.

Когда егет обрил хану голову, то хан сказал:

"Посиди тут" - и вышел. А егету очень захотелось есть. Он вынул последнюю домашнюю лепешку и начал ее есть. В это время вернулся хан, он увидел, что егет жадно ест что-то такое, чего он сам еще никогда не видел и не пробовал.

Хан сказал егету:

- Что ты ешь? Отломи-ка и дай мне попробовать.

Егет отломил хану кусочек лепешки. Хан съел и говорит:

- Как вкусно! Из чего это испечено?

- Моя мать замесила на своем молоке тесто из лебеды и испекла эти лепешки, - ответил егет. Хан был поражен и не знал, что и думать. "Я съел лепешки, испеченные на молоке его матери! Теперь выходит, я стал его молочным братом, и его кровь мне проливать нельзя. Если же я не убью его, он расскажет всем, что на голове у меня рог, - думал хан.- Чтобы избавиться от этого егета, пожалуй, лучше будет отвезти его туда, где не ступала нога человека и оставить там, - решил хан.

Хан позвал своих палачей и приказал им отвезти егета в дремучий лес.

Ханские палачи связали егета по рукам и ногам, завязали ему глаза и повезли. Потом они ссадили его с коня и бросили в непроходимом лесу, где бродят одни дикие звери.

Долго жил там егет, питаясь кореньями и ягодами. Он смастерил лук и стрелы и охотился на зверей, а из шкур сшил себе одежду, потому что старая одежда на нем вся износилась. Все время тосковал он по своим родителям - по отцу и матери - и всем сердцем стремился к родному Ирандеку, да не знал, как туда дойти.

Однажды, скитаясь по лесу, он устал и прилег под дерево отдохнуть. Поднялся сильный ветер.

Вдруг до слуха егета стали доноситься дивные звуки. Егет вскочил на ноги и пошел в ту сторону. Шел он долго, сам не зная куда, наконец поднялся на вершину горы. Тут он увидел высокое растение с мохнатой головкой. Оно покачивалось на ветру и издавало приятный звук. Егет сорвал это растение, сделал длинную дудку, подул в нее и вновь услышал приятные звуки, которые шли из стебля растения.

Егет обрадовался, что нашел себе друга. Каждый день он подолгу учился играть на этой дудке. Наконец он научился наигрывать разные песни, какие знал еще дома и какие приходили ему в голову. На сердце у него стало легче и спокойнее.

Вот как-то раз шел он, шел и дошел до родных мест. Устал егет с дороги и сел на пригорок, а потом начал играть. Услышал приятные звуки окрестный народ, что жил на яйлау , и пришел к егету.

Егет рассказал обо всем виденном народу: о том, как хан убивает молодых егетов, о том, как он сам спасся от смерти. Тогда весь народ поднялся на хана и расправился с ним по заслугам.

И с той поры в башкирском народе курай переходит из поколения в поколение и играют на нем хорошие, задушевные песни.


© 2010-2022